«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Граждандар һуғышы шауҡымы



19.09.2017 Граждандар һуғышы шауҡымы

Граждандар һуғышы шауҡымыКүгәрсен районының Мораҙым ауылында бер ир баҡсаһында ер ҡаҙғанда артиллерия снаряды тапҡан. Ул бының турала хоҡуҡ һаҡлаусыларға әйткән.
Ваҡиға урынына Рәсәй гвардияһының ОМОН взрывотехниктары килгән. Саперҙар ныҡ ҡына тутыҡҡан шикле предметтың ысынлап та Граждандар һуғышы мәленән ҡалған снаряд икәнен асыҡлаған. Гвардеецтар боеприпасты хәүефһеҙ урынға алып барып шартлатып юҡ иткәндәр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға