01.09.2017 Ҡорбан байрамы менән!
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республикабыҙ мосолмандарын исламдың иң абруйлы байрамдарының береһе – Ҡорбан ғәйете менән ҡотланы. Уның ҡотлауында:
«Изге урындарға хаж ҡылыу тамамланыуын белдергән байрамдың мәғәнәһе ҙур – ул тыныслыҡты, ниәттәрҙең саф булыуын, яҡындарҙы хәстәрләүҙе символлаштыра, яҡшы эштәр һәм рухи камиллыҡ осоро булып тора.
Республиканың күп кешеһе хажға, мәсеттәргә бара, туғандарының һаулығы һәм бәхете, Ватандың сәскә атыуы һәм именлеге өсөн доға ҡыла.
Беҙҙең республикала конфессия-ара тыныслыҡ һәм йәмғиәттә килешеп йәшәү һаҡлана. Быға мосолман өммәтенең ғаилә ҡиммәттәрен нығытыуҙа, йәштәрҙе әхлаҡи тәрбиәләүҙә, хәйриәлеккә, мәҙәни-мәғрифәт проекттарына ярҙам итеүҙә әүҙем ҡатнашыуы булышлыҡ итә.
Был байрам һәр йортҡа тыныслыҡ, муллыҡ, бәрәкәт килтерһен, Һеҙгә һаулыҡ, именлек һәм барлыҡ изге теләктәремде еткерәм!
Ҡорбан байрамы мөбәрәк булһын!» – тиелә.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм ХӘМИТОВ.