«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Балан йыйырға онотмағыҙ!



30.08.2017 Балан йыйырға онотмағыҙ!

Балан йыйырға онотмағыҙ!
Балан да – гипертониянан шәп дауа. Уның файҙаһын күптәр күрә.
Баланды көҙөн йыйып, сүп-сарынан таҙартып, саҡ ҡына бешереп алам да, иләк аша иҙәм. Килеп сыҡҡан иҙмәгә шәкәр ҡушам. Шуны стерилләнгән банкаға тултырып, һыуытҡыста һаҡлайым. Бер балғалаҡ иҙмәне ҡайнатып һыуытылған бер стакан һыуға һалып, көнөнә ике-өс тапҡыр эсәм. Шуны эсһәм, ҡан баҫымым төшә, баш ауыртыуы ла бөтә.

Миңъямал ХӘКИМОВА.
Учалы районы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға