«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йырсы, спортсы, ҙур маҡсатлы



26.07.2017 Йырсы, спортсы, ҙур маҡсатлы

Йырсы, спортсы, ҙур маҡсатлыЙәшлек – дәрт ташып торған, иң бейек үрҙәргә ҡурҡмай үрләй, тормоштоң бөтә йәмен-тәмен тойоп йәшәй торған мәл. Ә тормоштоң тәмен һәр кем үҙенсә татып ҡарай. Ололар, хәҙерге йәштәр тәртипһеҙ, тип әйтергә ярата. Тормош юлының иң матур, күңелле мәлдәрен нисек үткәрә һәм ниндәй уй-маҡсаттар менән йәшәй һуң бөгөнгө егет-ҡыҙҙар? Салауат ҡалаһының Башҡорт иҡтисад-юридик колледжында уҡып, яңыраҡ ҡулына диплом алған Индира Вәлиева менән ошо хаҡта һөйләштем.
– Индира, үҙең тураһында һөйләп үт әле ?
– Ишембай районының Ҡолғона ауылынанмын. Бәләкәйҙән йырларға һәм бейергә яраттым. Оҙон көйҙәр башҡарып, төрлө конкурстарҙа призлы урын ала торғайным. 9-сы класты яҡшы билдәләргә генә тамамлап, Салауат медицина колледжына уҡырға индем. Бында ла актив булдым. Һәр ваҡыт спорт һәм йыр буйынса бәйгеләрҙә ҡатнаштым. Диплом алғас, артабан да белемемде камиллаштырырға теләнем. Үҙемде икенсе өлкәлә һынап ҡарарға булдым. Шуға ла Башҡорт иҡтисад-юридик колледжының юридик бүлегенә уҡырға индем. Полиция хеҙмәткәре йәки юрист булыу – күптәнге хыялым.
– Ҡайҙа эшкә инергә уйлайһың?
– Ҡыштан бирле үҙем дә, атай-әсәйем дә эш эҙләйбеҙ. Тик бөтә ерҙә лә тиерлек йә стаж, йә юғары белем талап итәләр. Ҡулда ике диплом була тороп, хәҙерге йәштәргә хеҙмәт юлын башлап ебәреүе еңелдән түгел икән!
– Яратҡан шөғөлөң бармы?
– Әлбиттә, бейергә, үҙебеҙҙең башҡорт йырҙарын башҡарырға яратам. Атайым янында ултырып, машина йөрөтөргә өйрәндем. Медицина колледжында уҡығанда уҡ водитель таныҡлығы алдым.
– Киләсәккә пландарың?
– Бер нисә йылға план ҡормаҫҡа тырышам. Шулай ҙа миңә нимә кәрәк икәнен яҡшы беләм. Иң мөһиме – үҙ һөнәрем буйынса эшкә инеү. Маҡсат ҡуйҙым, уны нисек тә булһа үтәргә тырышасаҡмын! Минеңсә, бөтә йәштәр ҙә бөгөнгө ҡатмарлы тормошта үҙ урынын табырға ынтыла. Беренсенән, яҡшы, аҡсалы эш эҙләй, икенсенән, ғаилә ҡора, өсөнсөнән, өй һала, йә булмаһа, фатир ала.

Гөлнора ЙӘМИЛЕВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға