«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Хужабикәгә кәңәш



16.07.2017 Хужабикәгә кәңәш

Хужабикәгә кәңәш- Бешерә башлағансы, табаны тоҙ, сей картуф менән ышҡыһағыҙ, ҡоймаҡ көймәйәсәк.

- Йәшел тәмләткестәрҙе оҙағыраҡ һаҡлау өсөн ағып торған һыуҙа йыуырға һәм ҡағыҙға төрөп, полиэтилен тоҡсайға һалырға кәрәк. Һыуытҡыстың аҫҡы кәштәһендә 2 – 3 аҙна яҡшы һаҡланасаҡ.

- Байрамдан һуң ҡалған шарапты боҙ контейнерына ҡойоп, туңдыр­ғысҡа ҡуйырға була. Һуңынан кәрәк саҡта алып, соусҡа ҡушырға мөмкин.

- Ҡайнатып һыуытылған һыуҙан әҙерләнгән боҙ тиҙерәк ҡата. Тиҙ генә боҙ кәрәкһә, ошо һыуҙы туңдырығыҙ.

- Сумкағыҙҙан насар еҫ килһә, сәй пакеты йәки туҡымаға төрөлгән күмер киҫәктәре һалығыҙ.

- Салатҡа тоҙ, борос һипкәс кенә көнбағыш майы һалығыҙ. Май тоҙҙо иретмәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға