«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?



15.07.2017 Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?

Ҡырмыҫҡанан нисек ҡотолорға?- Бер кг тоҙҙо өс литр һыуҙа иретергә һәм түтәлдәргә һибергә. Әммә был ысулды йыш ҡулланырға ярамай. Йәшелсәләргә зыянлы.

- Ҡырмыҫҡаны юҡ итергә аш һеркәһе лә ярҙам итә. Бер литр аш һеркәһен өс литр һыуға ҡойоп, ояларына һибәһең. Лимон кислотаһын иҙеп һалырға ла була.

- Көнбағыш майы ла – ҡырмыҫҡаның дошманы. Әммә шешәләге майҙы ағыҙып ҡына бөжәктән ҡотолоу мөмкин түгел. Янған майҙы һипһәң генә юҡҡа сығасаҡ.

- Бензин йәки кәрәсин һибеү ҙә файҙаға ғына. Уларҙы һыу менән ҡатнаштырырға кәрәкмәй.

- Манный, тары ярмаһы, бор кислотаһын да ҡырмыҫҡа яратмай.

- Көл һибеү ҙә – ҡоротҡосто юҡ итеүҙең бер сараһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға