11.07.2017 Ҡышҡа миндегең әҙерме?
Йәй – миндек әҙерләү ваҡыты ла. Тәү ҡарашҡа ябай күренһә лә, был эштең дә үҙ тәртибе бар.
Миндекте май аҙағында уҡ әҙерләй башлайҙар. Япраҡтар бәләкәй булһа ла, баллы япраҡтар файҙалыраҡ. Ҡышын сабыныу өсөн иң яҡшыһы июнь аҙағында йыйылғаны, сабынғанда ҡойолоп тормаясаҡ. Ҡайын, имән, саған, йүкә, ылыҫлы ағастарҙан әҙерләргә мөмкин.
Сифаты насар булмаһын тиһәгеҙ, ҡайын япрағы алҡалар сығара башлағансы әҙерләргә кәрәк. Япраҡтары шыма булған ботаҡтарға өҫтөнлөк бирегеҙ. Туҙы бер аҙ ялтырап торған, сирле булмаған ағас яҡшы була. Сауҡалар миндек өсөн яҡшы. Сабынғанда айырманы үҙегеҙ ҙә һиҙерһегеҙ.
Имән миндеген июнь аҙағынан алып сентябрь башына тиклем әҙерләргә ярай. Япраҡтарына иғтибар итегеҙ. Ағас ҡуйы йәшел төҫтә, ботаҡтарында сәтләүеге булмаҫҡа тейеш. Боронғолар, имән янында дегәнәк үҫә икән, был ағас миндек өсөн иң яҡшыһы, тип әйтеп ҡалдырған.
Йүкә миндеген сәскә атыу менән бер аҙнала әҙерләргә кәрәк. Шунда ғына ул хуш еҫле буласаҡ. Был миндек йомшаҡ, шуға уны хуш еҫ таратыу өсөн генә бәйләйҙәр.
Аҡ шыршы миндеген йылдың теләһә ниндәй миҙгелендә әҙерләйҙәр. Артышты йәй көнө әҙерләп ҡалырға ашығығыҙ. Йәш ағас ботағынан яһалғаны яҡшыраҡ.
Миндекте йылы, ҡоро көндә бәйләйҙәр һәм елләп торған, ҡояш төшмәгән урынға киптерергә ҡуялар.