«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Итектәр ниңә балыҡсы булған?



03.07.2017 Итектәр ниңә балыҡсы булған?

Итектәр ниңә балыҡсы булған? Ошо көндәрҙә РФ һәм БР Яҙыусылар союзы ағзаһы, Рәмзилә Хисаметдинова исемендәге премия лауреаты, шағир Рамай Ҡаһирҙың Зәйнәб Биишева исемендәге «Китап» нәшриәтендә кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн «Балыҡсы итектәр» исемле китабы донъя күрҙе.
Авторҙың балаларға тәғәйенләнгән икенсе китабында башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадынан мәҡәл-әйтемдәр­ҙе, фразеологик берәмектәрҙе оҫта ҡулланып ижад ителгән шиғырҙары, хикәйәләре, бала саҡ хәтирәләре урын алған.
Баҫманы сағыу, төҫлө һүрәттәр менән Башҡор­тостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың ҡыҙы, рәссам Хаят Йәрмөхәмәтова биҙәгән. Китап нәшриәттең Өфө ҡалаһында (октябрь проспекты, 2) урынлашҡан фирма магазинында һатыла.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға