02.07.2017 Ғафури районы Ерек ауылында "Ҡарға бутҡаһы" байрамы үткәрелде
Тәүҙә бәләкәй малай һәм ҡыҙҙар өй һайын йөрөп һөбә йыйҙы. Кемдер йомортҡа, кемдер таҫтамал, яулыҡ,ҡулъяулыҡ, төрлө күстәнәс бирҙе.
Быуа буйына йыйылып, ҡаҙан аҫып, ут яғып төрлө ярмаларҙан бутҡа бешерҙек. Балалар менән бергә йәшерәк әсәйҙәр халыҡта һаҡланып килгән төрлө -төрлө уйындарҙы уйнаны. Изге теләктәр теләп ерҙән йомортҡалар тәгәрәттек. Бутҡа бешеп сыҡҡас,табын тирәләй ултырышып,ауылыбыҙ абыстайы Ҡөрьән сүрәләре уҡыны. Ил-көндөң тыныс булыуын, игендәрҙең ишелеп үҫеүен, мал-тыуарға үләндең күпереп үҫеүен теләп табын артында доғалар ҡылдыҡ. Ҡаҙанда бешкән тәмле бутҡаны ауыҙ иткәс, самауырҙарҙа сәй ҡайнатып һыйландыҡ. Артып ҡалған бутҡаны, йола буйынса, ҡарғалар һәм башҡа ҡоштар ашаһындар өсөн һамаҡлап ергә һиптек.
Был байрам беҙҙә тәүге тапҡыр ғына үткәрелеүенә ҡарамаҫтан, бик матур үтте. Һәр кем байрамды ойоштороусыларға рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, ҡәнәғәтлек алып,күтәренке күңел менән таралышты. Был йоланы киләһе йылдарҙа ла үткәреп торорға ҡарар иттек", - тип хәбәр итте Гөлшат Дәүләтова