«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » «Башҡортостан» милли паркыны Алтынлы булды



14.06.2017 «Башҡортостан» милли паркыны Алтынлы булды

«Башҡортостан» милли паркыны Алтынлы булды «Башҡортостан» милли паркының символы – айыу балаһы өсөн иң яҡшы исем конкурсына йомғаҡ яһалды. Социаль селтәрҙә тауыш биреү барышында бәләкәй айыуға Айыухан, Айман, Умка, Теди, Башҡорт, Урал, Цезарь, Тағанай, Миша, Жора, Копатыч, Медолюб, Сан Саныч кеүек ҡушаматтар бирергә тәҡдим ителде. Бынан тыш, айыу балаһына «Дибаш» (дикий башкир – ҡырағай башҡорт) йәки БаНаП (Башкирский национальный парк – Башҡортостан милли паркы) тигән аббревиатура-исем биреү тәҡдимдәре лә булды. Һөҙөмтәлә күпселек тауыш менән Алтын тигән яңғырашлы исем һайланды. Хәҙер ошо исемде парктың символы – бәләкәй мискә тотҡан ҡыҙғылт һары айыу һәм ысыны - яҙғыһын урмансылар тапҡан етем айыу балаһы йөрөтәсәк. Әлеге ваҡытта ул паркта Тыва Республикаһынан килтерелгән икенсе бәләкәй тайыш табан менән йәшәй, уның ҡушаматы Адыг (тува телендә «айыу»).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға