13.06.2017 Өфөлә «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы асылды
Кисә, 12 июндә - Рәсәй көнөндә Өфөнөң «ВДНХ-Экспо» күргәҙмәләр комплексында «Рәсәй – минең тарихым» тарихи паркы асылды тантанаһы үтте.
Башҡортостан Мәскәүҙән һуң ошондай ҙур мультмедиалы музей ойошторолған тәүге төбәк булды.
Рәсәй көнө һәм ошо мөһим ваҡиға менән республика халҡын РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Мәскәү һәм Бөтә Русь Изгеләрҙән-изге Патриархы викарийы, епископ Егорьевский Тихон, Өфө һәм Стәрлетамаҡ митрополиты Никон, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, Юғары мөфтөй, Шәйех-ул-Ислам Тәлғәт Тажетдин һәм СССР-ҙың халыҡ артисы Гөлли Мөбәрәкова ҡотланы.
— Үҙ тарихын белмәгән дәүләттең киләсәге лә булмағаны һәр кемгә билдәле. Бөгөн, Рәсәй көнөндә беҙ һеҙҙең менән үҙенсәлекле проектты – «Рәсәй – минең тарихым» тигән тарихи паркты асабыҙ, – тине Михаил Бабич. – Йәштәргә лә, илебеҙҙең бөтә граждандарына ла шуны әйтегә кәрәк: үҙ тарихыңды, йолаларыңды, ата-бабаларыбыҙ эшләгән нәмәләрҙе яҡшыраҡ белеү һәм Рәсәйҙең бөтә тарихи этаптарында булған ошо данлы йолаларҙы һәм ҡаҙаныштарҙы арттырыу өсөн барыһын да эшләү бик мөһим.
Тулы хоҡуҡлы вәкил РФ Президенты Хакимиәте етәксеһе Антон Вайноның тәбрикләү телмәрен уҡып ишеттерҙе.
— Бөгөн иҫ киткес мультимедиалы күргәҙмәне, «Рәсәй – минең тарихым» тигән тарихи паркты асабыҙ. Был бик мөһим ваҡиға, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙең балалар, колледждарҙа, техникумдарҙа уҡыусы студенттар күпләп ошо комплексҡа килһен, ниндәй бөйөк һәм көслө илдә йәшәгәнебеҙҙе күрһен һәм аңлаһын ине.
7000 квадрат метрҙан ашыу майҙанда урынлашҡан тарихи паркка яҡынса 500 берәмек мультимедиалы техника инә һәм заманса технологиялар ярҙамында илдең мең йылдан ашыуыраҡ тарихын панорамалы күрһәтә.
Күргәҙмәлә «Рюриковичтар», «Романовтар», «1914-1945: бөйөк кисерештәрҙән Бөйөк Еңеүгә» һәм «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙән алып 2017 йылға» тигән дүрт экспозиция тәҡдим ителгән.
Өфөләге күргәҙмәнең төп үҙенсәлеге — Рәсәйҙең һәм Башҡортостан тарихының тығыҙ үрелеп барыуы хаҡында һөйләү. Бында башҡорт халҡының күп быуатлыҡ тарихын бәйән иткән видеопроекция коллаждары, Өфө кремленең яңы 3D реконструкцияһы, төйәктең тәбиғи байлыҡтары хаҡында мультимедиалы китап тәҡдим ителгән. Төбәктең күп конфессиялы тарихына арналған мультимедиалы саралар мөһим урын биләй.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың һәм «Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең ярҙамында ғәмәлгә ашырылған.