02.06.2017 Лимон бәлеше
250 г йомшарған майҙы 4 стакан он менән ыуырға. Шуға 2 йомортҡа, 1,5 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан һөттә ҡабартылған сүпрә, әҙерәк тоҙ һалып ҡамыр баҫырға. Уны ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйып торорға.
Һуңынан 8 киҫәккә бүлеп йәйергә. Был ҡамырҙан ике бәлеш сыға. Ҡамырҙы йоҡа ғына итеп йәйергә кәрәк. Эслек өсөн өс лимонды ит үткәргестән сығарып, 1,5 стакан шәкәр һалып болғатырға. Ҡамыр өҫтөнә эслек һалып, йәнә ҡамыр, эслек өҫтәп, бәлеш эшләргә.
Эҫе мейескә ҡуйыр алдынан бәлеште ярты сәғәттән ашыу ҡабартып алығыҙ.