29.05.2017 “...Халҡым киләсәге – егет-ҡыҙҙар булғанда, Онотолмаҫ рухың был ерҙә...”
Мәктәптәрҙә яңғыраған Һуңғы ҡыңғырау байрамына “Йәшлек”тәр ҙә ҡыҙыу әҙерләнә. өсөнсө йыл рәттән үткәрелгән Булат Солтангәрәев исемендәге республика уҡыусылар конкурсының быйылғы ярышын 19 майҙа йомғаҡланыҡ.
2016 йылдың ноябрь айында старт бирелгән ижади бәйге ете ай дауам итте. Ошо ваҡыт арауығында “Бәйләнештә” селтәре, электрон почта аша ҡулъяҙмалар ҡабул иттек, уларҙы гәзит биттәрендә баҫтырҙыҡ, сайтҡа һалдыҡ.
Конкурсҡа ебәргән эштәрҙә егет-ҡыҙҙарҙың, халҡым, телем, ерем, илем, тип янып-көйөүе асыҡ күренә. Ҡыҙыҡлы, көтөлмәгән идея-фекерҙәр, төрлө юҫыҡлы уйланыуҙар күп осраны.
БДУ-ның журналистика кафедраһы профессоры Тимерғәле Килмөхәмәтов рәйеслегендәге баһалама комиссияһы гәзиттә сыҡҡан һәм әле баҫылып өлгөрмәгән эштәрҙе ҡараны, үҙенең ғәҙел фекерен әйтте. Шарттарға ярашлы, алты кеше алты премияға лайыҡ булды.
Шулай итеп, 2017 йылғы бәйгелә беренсе премияны “Ҙур киләсәк алдынан” мәҡәләһе менән Наҙгөл АБДРАФИҠОВА яуланы. Ул Әбйәлил районы Байым урта мәктәбенең 11-се класын тамамлай. Еңеүсе ҡыҙ оло тормош алдында тора, эҙләнеүҙәрен, үҙен нимә борсоғанын белдерә, милләт проблемаларын әсенеп барлай, башҡорт булыуы менән ғорурлана. Наҙгөл тәрән рухлы булыуын асыҡ сағылдырғаны өсөн хаҡлы рәүештә беренсе урынды яуланы.
Икенсе премия ике кешегә бирелде. Тәүгеһе “Берҙәмлектә беҙҙең көс” мәҡәләһе өсөн Салауат районының Малаяҙ башҡорт гимназияһында 11-се класта уҡыған Илшат ГӘРӘЕВҠА тапшырылды. Егеттең мәҡәләһендәге фекерҙәрҙе килтереү ҙә етә: “...Балаға ғүмер биреү генә етмәй, ә матур исем ҡушып, туған тел тәрбиәһе биреүҙең мөһимлеген һәр ғаилә аңларға тейеш. ...киләсәгебеҙ – беҙҙең ҡулда. “Ятма, тор, уян, башҡортом!” – тип һөрән һалам... Ялағайҙар, ришүәтселәр, алдаҡсылар арта. Шуныһы ҡыҙғаныс: ғариза яҙып та, йылдар буйы өй һалырға ер ала алмай йөрөгән йәштәр күп. Етмәһә, башҡорт халҡы ғына түгел, ә ҡалған халыҡтар ҙа үҙ ерҙәрен үҙҙәре һатып алырға мәжбүр. Меңәрләгән гектары буш ятҡанда ни өсөн ер һатыла?..”
Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһында уҡыусы Ынйыгөл ИШБУЛАТОВА икенсе йыл рәттән беҙҙең премияға лайыҡ булды. Уның “Атай абруйын һаҡлайыҡ!” мәҡәләһе ғаилә институты проблемаларына, атайлыҡ абруйын һаҡлауға, илебеҙ киләсәген ҡайғыртыуға ҡайтып ҡала.
Өсөнсө премияны өс уҡыусыға бирергә ҡарар иттек. Әбйәлил районының Асҡар ауылындағы Т. Күсимов исемендәге гимназияның 11-се класс уҡыусыһы Илүзә МӘХИЙӘНОВА – “Үҙ бәхетебеҙҙе аңларға ваҡыт етте”, Р. Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназия-интернатында белем алған Лидиә ДИНМӨХӘМӘТОВА – “Йөрәктәребеҙ – тыуған ерҙә” һәм Баймаҡ районының Темәс ауылы ҡыҙы, 11-се класс уҡыусыһы Лилиә АЛТЫНБАЕВА “Төнгө уйланыуҙар-һыҙланыуҙар” исемле шиғри мәҡәләһе өсөн ошо баһаға лайыҡ булды.
Конкурсҡа ебәрелгән эштәрҙең иң һәйбәт тип табылған 19-ы һайлап алынып, гәзитебеҙҙә донъя күрҙе һәм сайтҡа һалынды. Артып ҡалғандары 2018 йыл өсөн ярыш иғлан ителгәндән һуң “Йәшлек”тә баҫыласаҡ. Әйткәндәй, киләһе йылда акциябыҙ “Йәншишмә” гәзитендә лә алып барыласаҡ. шарттарын көҙгә ҡарай аңлатып үтербеҙ.
“Халҡым киләсәге” номинацияһында еңеүселәрҙе айырым исемлектә билдәләп, уны “Бәйләнештә” селтәренә һәм гәзит сайтына һалырбыҙ. Улар ошо адрес (Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 814-се кабинет) буйынса редакцияға иртәнге сәғәт 9-ҙан киске 6-ға тиклем килеп, бүләктәрен һәм шөһрәтнамәләрен ала ала. Рәхим итегеҙ!
I, II, III премия алыусыларҙы “Йәшлек” гәзите журналистары Һуңғы ҡыңғырау көнөндә үҙҙәре барып ҡотланы. Фотолар интернетҡа ла ҡуйыласаҡ.
Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Юлай КӘРИМОВ фотолары.