26.05.2017 ”Берҙәмлек” саҡыра байрамға!
7–12 июндә Башҡортостанда “Берҙәмлек” халыҡ-ара милли мәҙәниәттәр фестивале үтә.
Сара халыҡ ижадын, һынлы сәнғәтте, төрлө һөнәрҙәрҙе популярлаштырыу, сит ил вәкилдәре менән ныҡлы ижади элемтә булдырыу, Рәсәй, Башҡортостан һәм сит илдәр халыҡтарының күп милләтле мәҙәниәте һәм йолалары менән таныштырыу кеүек мөһим маҡсаттар һәм бурыстар ҡуя. Был фестиваль Башҡортостанда ғына түгел, тотош Рәсәйҙә мөһим ваҡиға булып тора. Быйыл байрам «Рәсәй мәҙәниәте (2012-2018 йй.)» маҡсатлы федераль программаһына һәм 2020 йылда үтәсәк Бөтә донъя Фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә ойошторола.
“Берҙәмлек” проекты Рәсәйҙә үткәрелгән алты халыҡ-ара фестивалдәрҙең береһе һәм ул 20 йылдан ашыу Башҡортостандың үҙенсәлекле визит карточкаһы булып ҡала. Быйыл сараны республиканың төньяҡ-көнсығышы: Балаҡатай, Дыуан, Мәсетле, Ҡыйғы һәм Салауат райондары һәм Өфө ҡалаһы ҡабул итә. Унда Ҡытай, Көньяҡ Корея, Сербия, Һиндостан, Көньяҡ Африка Республикаһы, Шри-Ланка, Мексика, Иран, Колумбия, Эстония, Ҡаҙаҡстандан ҡатнашыусылар килеүе көтөлә.
Тамашасыларҙы ҡатнашыусыларҙың концерты, милли кейемдәрҙә дефиле, һынлы сәнғәт күргәҙмәләре һәм танышыу кистәре ингән үҙенсәлекле программа көтә. Ҙур мәҙәни сара 7 июнь Дыуан районында тантаналы асыла. Икенсе көн фестиваль “Ҡыйғыр юлы” этнофестивале үткән Ҡыйғы районына күсә. Халыҡ-ара фестиваль эстафетаһын 9 июндә Мәсетле районы ҡабул итә. Унда сит илдән килгән артистар менән төбәк-ара ҡумыҙсылар һәм өҙләүселәр конкурсында еңеүселәр ҡатнашлығында концерт планлаштырылған. Был көндө шулай уҡ сара сиктәрендә “Һомай” башҡорт милли кейемдәренең республика фестивале үтә. 10 июндә иһә сара үҙ эшен Салауат районында “Салауат йыйыны” фольклор байрамында дауам итә. Артабан Балаҡатай районы ҡатнашыусыларҙы рус йырҙары һәм таҡмаҡтары төбәк–ара байрамында ҡаршы ала.
Халыҡ-ара “Берҙәмлек” байрам 12 июндә Өфөлә “Евразия йөрәге” фестивале сиктәрендә ҙур Гала-концерт менән тамамлана. Был көндәрҙә бай эстәлекле байрам программаһы онотолмаҫлыҡ атмосфера, бар ҡатнашыусыларға сағыу тәьҫораттар бүләк итәсәк. Уларҙан ситтә ҡалмағыҙ, берҙәм булып “Берҙәмлек”тә ҡатнашайыҡ!