«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Дарман”дар бейей!



22.05.2017 “Дарман”дар бейей!

“Дарман”дар бейей!27 майҙа Өфө районы Шамонин ҡасабаһының “Дарман” халыҡ бейеүҙәре ансамбле баш ҡала халҡы алдында отчет концерты менән сығыш яһаясаҡ. Программала, башҡорт халҡының аҫыл мираҫы булған халыҡ бейеүҙәре менән бер рәттән, рус, татар, үзбәк, испан һәм башҡа халыҡтарҙың дәртле бейеүҙәре лә күрһәтеләсәк.
“Дарман” ансамбле үҙ эшен бынан дүрт йыл элек 15 бала менән башлап ебәрә. Фәйзи Ғәскәров исмемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы Роберт Хәмиҙуллин менән уның ҡатыны, “Мираҫ” йыр һәм бейеү ансамбле бейеүсеһе Алина Хәмиҙуллина Шамонин мәктәбенең талантлы балаларын туплай. Бөгөн өс төркөмдә йөҙҙән ашыу бала шөғөлләнә. Улар Туймазы, Бөрө, Өфө ҡалаларында үткән төрлө республика конкурстарында ҡатнашып, лауреат исемен яулаған да инде.
Баш ҡалабыҙҙың Октябрь проспектындағы 33-сө йортта урынлашҡан балалар филармонияһында үтәсәк конкурсҡа рәхим итегеҙ! Инеү ирекле. 27 майҙа киске сәғәт 6-ла башлана.

Г. ҠЫУАТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға