18.05.2017 Өфөлә йәнә лә ер убылған
Кисә Өфөнөң Октябрь проспектының "Ҡала мәҙәниәт йорто" туҡталышы янында киске сәғәт 6-сы киткәндә асфальт убылған. Кешеләр эштән ҡайтҡан мәлгә тура килгән - был урында шунда уҡ юл тығыны барлыҡҡа килгән. Бәхеткә күрә, бер кем дә ҡазаланмаған.
Соҡор барлыҡҡа килеүгә карст йәки торба тишегенән аҡҡан һыу сәбәпле тиҙәр.