15.05.2017 Тауыҡтан шешлек
1-се ысул: 1 кг тауыҡ ите, 1 баш һуған, 100 г майонез, тәмләткестәр.
Тауыҡты вағыраҡ киҫәктәргә ҡырҡҡыларға, тоҙ һәм борос һибергә. Һуғанды балдаҡлап турарға, майонез һалып бутарға. Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушырға ла, ике сәғәткә һыуытҡысҡа ҡуйырға. Әгәр тауыҡтың аҡ ите лә бар икән, һыуытҡыста тағы ла оҙағыраҡ тоторға тура киләсәк. Итте турар алдынан йылымыс һыуҙа йыуалар.
2-се ысул: 1 кг тауыҡ ҡанаты, 5 г кипкән базилик, 350 г магазин ҡаймағы (артыҡ майлы булмаһын), ҡара һәм ҡыҙыл борос, тоҙ.
Ҡанаттарҙы яҡшылап йыуырға. Ҡаймаҡҡа тоҙ, базилик һәм борос өҫтәп бутарға. Бөтә ингредиенттарҙы бергә ҡушырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға. Ит һыуытҡыста өс сәғәт самаһы торһон. Шешлекте ҡыҙҙырған ваҡытта йыш-йыш ҡына әйләндереп торорға онотмағыҙ.