15.05.2017 Матур хәбәребеҙ бар!
Йәмәғәт! Ораны –“Аҡтайлаҡ!”, тамғаһы – һәнәк, ағасы – аҡ өйәңке, ҡошо иһә әтәлге булған ниндәй ырыуҙы беләһегеҙ? Ошо билдәләргә тағы “Батыры – Ҡараһаҡал, ғалимы – Әхмәтзәки Вәлиди” тигәнде лә өҫтәһәк? Әлбиттә, атыбыҙ ҙа, затыбыҙ ҙа, ырыуыбыҙ ҙа – Юрматы беҙҙең!
Ишеткәнһегеҙҙер, 20 майҙа Ишембай районында юрматылар йыйын ойоштора, Торатау буйына аҡ тирмәләр ҡороп, ырыуҙаштарҙы ла, башҡа ырыу вәкилдәрен дә, сит-ят тарафтарҙан килгән ҡунаҡтарҙы ла бер ҡорға йыя.
Ишембай, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Федоровка, Мәләүез, Ауырғазы, Ғафури, Баҡалы райондарында, Ишембай, Стәрлетамаҡ, Салауат, Мәләүез ҡалаларында, Ырымбур өлкәһендә, Татарстанда, Венгрияла йәшәүсе ырыуҙаштар йыйынының тәүге өлөшө Ишембай ҡалаһының Мәҙәниәт йортонда (Ленин урамы, 23) иртәнге сәғәт 9-ҙа башлана. Унда ошо көндәрҙә райондарҙа булып үткән йыйындарҙа һайланған делегаттар ҡатнашасаҡ.
Ә сәғәт 2-лә иһә ырыуҙаштарҙы һәм ҡунаҡтарҙы изге Торатау буйында көтәбеҙ. Торатау буйындағы байрам программаһына 1812 йылғы Ватан һуғышы геройы Ҡаһым Мырҙашев исеменә – милли көрәш, Юрматы ере батыры, 1735-1740 йылдарҙағы башҡорт ихтилалы етәксеһе, Ҡырым ханлығында һәм Осман империяһында башҡорт илселеге ағзаһы булған Килмәк абыҙ Нөрөшев кубогына традицион уҡтан атыу буйынса “Мәргән уҡсы” турниры индерелгән (ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү бара).
Байрамыбыҙҙы юғарыла барланған райондарҙың тирмәләре, шәжәрәләр, халыҡ һөнәрмәндәре эштәре һәм милли ризыҡтар күргәҙмәләре биҙәйәсәк. Һәм, әлбиттә, танылған сәнғәт әһелдәре һәм райондарҙың үҙешмәкәр коллективтары тарафынан ойошторолған ҙур концерт программаһы ла әҙерләнә.
Байрамыбыҙға башҡа ырыу башҡорттары ла рәхим итһен, ә юрматыларға иһә үҙ байрамына килмәй ҡалыу оят булыр! Яҡты уйҙар, матур теләктәр, асыҡ һәм ихлас күңел менән килегеҙ изге тауыбыҙ эргәһендәге йыйынға, тип, бар тарафҡа саҡырыу ебәрәбеҙ! Йыйыныбыҙҙың ҡото йоҡһон!