«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һис онотолмаҫ башҡорт яугирының исеме! (сәйәхәтнамә аҙағы)



05.06.2017 Һис онотолмаҫ башҡорт яугирының исеме! (сәйәхәтнамә аҙағы)

Һис онотолмаҫ башҡорт яугирының исеме! (сәйәхәтнамә аҙағы)
112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының данлы һәм шанлы яу юлы буйлап уҙғарылған автоуҙыш 5 майҙа тамамланды

... Меңдәрсә саҡрым юл үтеп, Волгоград, Ростов ҡояшы аҫтында ҡара янып, йәнә лә үҙебеҙҙең һыуыҡ яҡтарға етеп киләбеҙ. Бына “Башҡортостан Республикаһы” тип яҙылған юл тамғаһы. Шунда уҡ бөтәбеҙ ҙә, бар донъяны яңғыратып, “Шайморатов генерал”ды йырлай башланыҡ. Эйе, “Башҡорттар китте һуғышҡа” тип, был йырҙы юл башында башҡарырға тейеш инек: ләкин бер аҙна самаһы һуҙылған сәфәр дауамында ғына һуғыштың бар афәтен, тыныслыҡтың ни тиклем мөһим икәнен аңланыҡ, күңел менән тойҙоҡ. Беҙҙең был йыр Шайморатовтың, яуҙа баштарын һалған дивизия һалдаттарының яҡты рухына арналған гимн булып яңғыраны.

Тәүҙә һүҙ яңғыраны...
28 апрелдә баш ҡаланың Еңеү паркында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының утлы ла, ҡанлы ла, данлы ла юлының тарихын барлап, алыҫ сәфәргә – "Ҡаһармандар эҙе буйлап" автоуҙышына сығасаҡ ир-уҙамандар тәбрикләнде.
Тантанала республиканың хәрби комиссары Игорь Хар­чен­ко, РФ Милли гвардия ғәс­кәр­ҙәренең генерал-майор М. Шай­моратов исемендәге махсус тәғәйенләнештәге 29-сы отряд төркөмө, Һуғыш, хеҙмәт, Ҡораллы Көстәр һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары ветерандарының республика советы, “Любизар” 1-се башҡорт атлы полкы” хәрби-тарихи клубы вәкилдәре ҡатнашты.
Был иҫтәлекле акцияны һәм автоуҙышты Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, “Башҡортостан” гәзите һәм Ростов өлкәһенең “Яҡташтар” башҡорт-татар мил­ли-мәҙәни үҙәге ойошторҙо. “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев:
– Былтыр көҙгөһөн Дондағы Ростов ҡалаһында йәшәүсе отставкалағы подполковник, яҙыусы, яҡташыбыҙ Мәхмүт Сәлимовтан Обливская станицаһында 1942 йылда ҡаты алыштар булыуы, 112-се Башҡорт атлы дивизияһынан беҙҙең яҡташтарҙың ерләнеүе тураһында хат килеп төштө. Шулай итеп, Мәхмүт Бакир улы менән бәйләнеш башланды. Унан һуң инде “әйҙә, 9 майға автосәйәхәт ойошторайыҡ” тигән тәҡдим барлыҡҡа килде. Ярты йыл буйы һөйләшеүҙән – һүҙгә, һүҙҙән эшкә күстек. Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты был идеяны хупланы.
Маҡсатыбыҙ – кавдивизия үткән юлды ҡабатлау. Үкенескә күрә, хәҙер уны тулыһынса үтеп булмай, Украина сиге тотҡарлыҡ яһай. Обливская станицаһынан алып Красновка станцияһына тиклем 250 саҡрымды үтеп, туғандар ҡәберлектәрен, һәйкәлдәрҙе күрәсәкбеҙ. Батыр­ҙарҙың һуңғы төйәгенә сәскә-веноктар һалыу ойоштороласаҡ, рухтарына доға ҡылынасаҡ, урындағы халыҡ менән осра­шыу­ҙар үтәсәк. Акцияның төп идеяһы – дивизияның хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарының ерләнгән урындарын асыҡлау, исемдәрен билдәле итеү. Бының өсөн Генштаб карталарын, хәрби комиссариат архивтарын файҙаланыу, урындағы халыҡ араһынан шаһиттарҙы табыу талап ителә. Иң мөһиме – хәтер онотолмаҫҡа тейеш. Беҙҙең был акция, моғайын, киләсәктә үҙенең дауам итеүсеһен табыр. Улар араһында йәштәрҙе күрергә теләйбеҙ, – тине акция тураһында.
Башҡортостан делегацияһына данлыҡлы дивизия байрағының күсермәһе тапшырылды. Ә ысы­ны иһә Рәсәй Ҡораллы Көстәре музейында һаҡлана.

Һамар башҡорттары һәм Сталин бункеры
30 апрелдә, йәкшәмбе иртә­һендә, беҙҙең делегация ике машинала алыҫ юлға сыҡты. “Башҡортостан” гәзите төркөмө еңел автомобилдә алдан елдер­ҙе, ә беҙҙең “ФИАТ-Дукато” иһә артта ҡалды. Төркөмдә журналистар, тарихсылар, ҡурайсы һәм хатта бер хәрби – Баш­ҡортостандың халыҡ артисы Ринат Мәжитов та булды. Ул совет ялан хәрби кейемендә һәм кавалерия шашкаһы менән бар тантаналарҙы биҙәне, почетлы ҡарауылда торҙо. БДУ-ның тарих факультеты доценты, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев иһә етәксебеҙ ролен башҡарҙы.
Тәүге ҙур туҡталыш Һамар ҡалаһында булды. Волга буйында урынлашҡан Дан майҙанында ҡала башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Камила Сизикова менән өлкә башҡорттары ҡоролтайы баш­ҡарма комитеты рәйесе Са­фиулла Вилданов, өлкә губернаторы вәкилдәре ҡатнашлығында митинг үтте һәм Мәң­гелек утҡа сәскәләр һалынды.
Әлеге ваҡытта Һамар ҡалаһы бик оло сараға – 2018 йылда үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионатына әҙерләнә. Бында стадион төҙөлә, Волга буйы рәтләнә, төрлө объекттар ҡорола. Иң ҡыуаныслыһы – “Башҡорттар музейы” ла төҙөлә икән.
– Башҡортостан делегацияһы киләсәге хаҡындағы хәбәрҙе бик тулҡынланып ҡабул иттек, – тип белдерҙе Камила Шиһабетдин ҡыҙы. – Акция үҙе лә бик изге ниәтте – хәбәрһеҙ юғалған баш­ҡорттарҙың исемдәрен асыҡлау­ҙы, уларҙың онотолмауын, ҡан ҡойған ата-бабаларыбыҙ барлығын йәш быуынға күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуйған. Билдәле булғандарының исем-шәрифе дөрөҫ күрһәтелмәгән. Бар Рәсәй һәм донъя һуғышта күпме башҡорттоң ҡаны ҡойолғанын белергә тейеш.
Был көндө сәйәхәтселәр үҙенсәлекле музейға – Сталин бункерына экскурсия яһаны. Тәү ҡарамаҡҡа ябай дүрт ҡатлы бина аҫтында 37 метр тәрәнлеккә метро төҙөлөшөндәге һымаҡ суйын тюбингтар, бетон менән нығытылған махсус шахта төшә. Иң аҫта ултырыштар залы, ял һәм көнкүреш бүлмәләре урынлашҡан. Был объектта СССР Хәрби Көстәренең Юғары Баш командующийы И. Сталин став­каһы урынлашырға тейеш булған. Бар интерьер элеккесә һаҡлана, бындағы телефондар 90-сы йылдар башында ла Мәскәү Кремле менән тура бәйләнештә торған. Бер нисә бүлмәлә граждандар оборонаһы музейы урынлашҡан. Нимәһе ҡыҙыҡ – 1990 йылға тиклем объект тураһында бер кем дә белмәгән. Бункерҙы 1942 йылдың февраль-октябрендә йәшерен рә­үештә тотҡондар төҙөгән, аҙаҡтан уларҙың барыһын да юҡ иткәндәр. Яҡын-тирәлә йәшәүселәргә лә ер аҫты эштәре алып барылыуы мәғлүм булмаған. Совет осоронда бинала Коммунистар партияһының өлкә комитеты булып, бункерға ингән урында милиционерҙар һаҡта торған. Әле бында Мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы урын­лашҡан.
Һамар – бик боронғо ҡала. Өфөнән айырмалы рәүештә, бында үҙәк урамдарҙағы иҫке биналарҙы емереп, урынына күп ҡатлы йорт һалмайҙар. Маши­наларҙы, реклама щиттарын иҫәпкә алмағанда, бында ваҡыт бер быуатҡа артҡа күскән кеүек тойола. Иҫке биналар саманан тыш күп булғас, ҡала властары уларҙы кире тергеҙергә лә өлгөрмәй. Яңы йорттар иһә ситтә төҙөлә.
Һуғыш мәлендә Куйбышев стратегик яҡтан бик әһәмиәтле ҡалаға әйләнә. Волга буйлап һыу юлы, тимер юл бәйләнеше мөһим роль уйнай – бында әллә күпме предприятие, учреждение күсереп килтерелә. Ҡала ситендәге ҡола яланда – был урындың хатта исеме лә булмай, уны Безымянка биҫтәһе тип атайҙар – станоктар урынлаштырылып, ҡорал, боеприпастар етештерелә, авиазавод самолеттар сығара. Аҙаҡтан ҡала бик ҡеүәтле сәнәғәт үҙәгенә әйләнә.

Волгоградҡа юл
Һамарҙа төн уҙғарып, иртүк юлға сыҡтыҡ. 1 май тулыһынса юлда үтте. Чапаевск, Балаково, Энгельс ҡалалары аша Һарытау өлкәһенә сыҡтыҡ. Бында юлдар бик насар, яй барҙыҡ.
Төштән һуң Волгоград өлкәһенә индек. Үҙем әрме хеҙмәтендә булған Камышин ҡалаһында туҡтаныҡ. Был яҡтарҙа яҙ иртәрәк килә, сирень-алма шаулап сәскә ата, ҡайындар ҙа миндек бәйләрлек булып япраҡ ярған. Волгоградҡа кискә ҡарай ғына барып еттек. Тәүге туҡталыш – Мамай ҡурғаны. Ста­линградтың Үҙәк районында Волганың уң яҡ ярындағы был ҡалҡыулыҡ 1942 йылдың сентябренән 1943 йылдың ғинуарынаса бик ҡаты алыш урынына әүерелгән. Ҡурғанды алыу ҡаланы алыу тигәнде аңлат­ҡан.
Бында 34 меңгә яҡын совет һалдаты һуңғы төйәген таба. Бер яҡ ситтәрәк немецтарҙы ла ерләйҙәр. “Сталинград алышы геройҙарына” һәйкәл ансамбленә ингән урында “Быуындар хәтере” горельефы, баҫҡыстан күтәрелә башлағанда пирамидаль тирәктәр аллеяһы, емерек диуар­ҙар һәйкәле, майҙандар урынлаш­ҡан.
Хәрби Дан залында Мәңгелек ут яна, уны почетлы ҡарауыл һаҡлай. Ә стеналарҙа – ҡурғанда һуңғы төйәген тапҡан меңәрләгән һалдаттың исемдәре...
“Родина-мать зовет!” монументына серпантин юлдан күтәреләбеҙ. Ул тимер-бетондан ҡойолған. Бейеклеге – 52 метр, ҡылысы менән бергә 85 метрға етә. Эстә бүлмәләр бар, һәйкәлде махсус канаттар тарттырып тора. Был урындан бар ҡала, Волганың һул яҡ яры асыҡ күренә – бына ни өсөн ҡурған стратегик әһәмиәттә булған! Юғары нөктәнән орудиеларҙан атырға, артиллерия, авиацияға күрһәтмәләр бирергә мөмкин. Ҡурған кемдең ҡулында – шул еңеүсе.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.
Автор фотолары.
(Дауамы бар).


Һис онотолмаҫ башҡорт яугирының исеме!


Ҡурғанда матәм
маршы яңғырай

Волгоград ҡалаһында төн уҙғар­ғандан һуң сәфәребеҙҙең төп өлөшө башланды – кавдивизияның яу менән үткән юлына сыҡтыҡ. Беҙҙең атлылар Сталинград алышында ҡатнаша, тимәк, бындағы тупраҡ та башҡорт ҡаны менән һуғарылған.
Мамай ҡурғанына арттан, ҡала телевидениеһы студияһы яғынан барып еттек. Бында Сталинград алышының иң ҡаты яуҙары шауҡымы һаман да бар: окоп-нығытмалар урындары төҫмөрләнә, дөйөм алғанда, кире энергетика һиҙелә. Немец һәм совет ДОТ-тары, танк өлөштәре ҡалдырылған, юл буйында “Челябинский колхозник” тигән яҙыулы Т-34 танкы һәйкәл итеп ҡуйылған.
... Беҙҙе проект етәксеһе, отставкалағы подполковник, яҙыусы Мәхмүт Сәлимов етәкселегендәге делегация ҡаршыланы. Оҙаҡ ваҡыт күрешмәгән яҡын туғандар осраштымы ни – хәйер, сит өлкәләрҙәге башҡорттар бер-береһенә шулай ҡәҙерле булып китә. Әйткәндәй, Мәхмүт Бакир улының тынғыһыҙ хәстәрлеге арҡаһында автоуҙыш ғәмәлгә ашты ла инде. Һуғыш яралары касафаты һөҙөмтәһендә һаулығы шәп булмаһа ла – беҙҙән алдан ағайыбыҙ Санкт-Петербургта дауаланып ҡайтҡан булған – ул барыһын да хәстәрләргә өлгөрҙө. Һәр туҡталышта беҙҙе көтөп, ҡаршылап, иҫтәлекле урындарҙы күрһәтеп йөрөттөләр, ашау, ял итеү ҙә яҡшы ойошторолдо. Казактар, атамандары, район, ҡала, ауыл хакимиәттәре етәкселәре, хәрби комиссарҙар – барыһы ла экспедиция эшенә ярҙам итте. Сараның хәрбиҙәрсә аныҡ итеп үткәне өсөн рәхмәт һеҙгә, Мәхмүт ағай! Ҡатыны Галина Рифат ҡыҙын да айырым тәбрикләйбеҙ.
Волгоградта беҙгә ҡушылған тағы ла ике яҡташтың исемен әйтеп үтмәү яҙыҡ булыр. Өфөнән Лилиә Агишева улы Рөстәм менән үҙҙәренең ҡартаталары – 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында хеҙмәт иткән Мөҙәрис Таһировтың яҡты рухын барлап килгән. Яугир 1907 йылда Ҡырғыҙ-Миәкәлә тыуған, фронтҡа Баймаҡтан алынған. 1942 йылдың 20 декабрендә һәләк булған. Лилиә апай туғанының ҡайҙа ерләнгәнен тәүҙә белмәй. Интернет аша эҙләнеп, Тверь, Ростов хәрби комиссариаттарынан белешеп, өлкән сержант Мөҙәрис Таһиров Ростов өлкәһенең Обливская районында ерләнгәнен асыҡлай. Агишевтар беҙҙең менән һәр хәрби дан урынында булды, яугирҙар рухына үҙенең рәхмәтен еткерҙе.
...Бына яҡташтар осрашты, танышты һәм Башҡортостан, Рос­тов, Волгоград башҡорттары, рус ҡәрҙәштәр, казактар Мамай ҡурғанына йүнәлде. Тәүҙә Хәрби Дан залына инеп, Мәңгелек утҡа сәскәләр һәм венок һалдыҡ. Матәм маршы яңғырай, утлы факел тотҡан ҡул һынының ике яғында часовой­ҙар почетлы ҡарауылда тора. Уларға Ринат Мәжитов та ҡушылды. Аҙаҡ “Всех Святых” ҡорамына юлландыҡ. Унда ҡурғанды һаҡлаған 62-се армия иҫтәлегенә арналған таҡтаташ янына, тиҫтәләрсә мең һалдаттың һуңғы төйәгенә, башҡорт еренең тупрағын һиптек. Волгоград казак округы атаманы Александр Кривенцев үҙ сиратында Сталин­град тупрағын гильзаға тултырып бирҙе. Был изге аманат 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында урын аласаҡ. Ислам дине менән Рус православие сиркәүе руханиҙары мәрхүмдәр рухына аят уҡыны. Шунан һуң дивизия эҙҙәре буйлап Ростов өлкәһенә юлландыҡ.

Ҡылыс менән –
самолеттарға ҡаршы

112-се Башҡорт атлы дивизияһы 1941 йылдың ноябрендә Башҡор­тостан хөкүмәте тәҡдиме менән ойошторола. Уға халҡыбыҙҙың элитаһын – партияла, комсомолда торған белемле ир-егеттәрҙе һайлап алалар. Республика аттар, фураж, ҡорал, амуниция буйынса тәьминәтте тулыһынса үҙ өҫтөнә ала.
Әйткәндәй, фронтҡа бик һирәк кенә бер милләт яугирҙарынан торған дивизиялар оҙатылған. Уларҙың күбеһе ҡатнаш составта йыйылған. Башҡорт часы 1942 йылдың мартында яуға инә. Тәүге утлы сынығыуҙы Воронеж фронтында ала. Бында часть башлыса оборонала, ышыҡта тороп, юғалтыуҙары аҙ була. Ә иң күңелһеҙе алда, Дон буйында, була...
1942 йылдың ноябрендә дивизия Сталинград фронтына күсерелә. Беҙҙекеләр 8-се корпусҡа ҡушыла һәм һәр ваҡыт мөһим стратегик пункттарҙы – станцияларҙы алырға тигән бойороҡ ала...
Обливская станицаһы! Кав­дивизия тарихын байҡағанда күптәр был тораҡ пунктты, станция йәки станица, тип әйтә. Эйе, бында поездар хәрәкәте лә бар, Дон казактары ла йәшәй, ике төрлө әйтелеш тә дөрөҫ. Бәләкәй генә станица ғәйәт ҙур әһәмиәткә эйә – бынан немецтар Сталинград ғәс­кәр­ҙәрен тимер юлдан тәьмин итә. Дивизия Обливскаяны ала алмай. Немецтар станцияны бронепоезд, самолеттар менән ныҡ һаҡлай. 20 ноябрҙә генә 600 һыбайлы һәләк була, полк командирҙары Ғариф Маҡаев һәм Таһир Күсимов яралана. Комсостав араһында юғалтыу­ҙар күп була – командирҙар көн дә алмашына. Рядовойҙар тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй.
Станицаға ингән урындағы мемориалда сығыш яһап, тыуған яҡ тупрағын һибеп, Алексеевский хуторына йүнәләбеҙ. Юл буйында туҡтайбыҙ. Бында уйһыуыраҡ урын, элек йырын булған. Урындағы халыҡ уны Чугунная балка тип йөрөтә. Дивизия яугирҙары сигенеп, шунда торорға мәжбүр була. Ярҙамға килергә тейешле пехота һәм һауаға ҡаршы орудиелар килеп өлгөрмәй. Обливскаянан алыҫ түгел немецтарҙың ике аэродромында еңел бомбардировщиктар һәм истребителдәр урынлаша. Улар беҙҙекеләрҙе бомбаға тота, пуля ямғырына ҡойондора. Далала ышыҡланырға урын юҡ, ағастар тик һуғыштан һуң ғына үҫеп сыға.
Көнө буйы һауанан һөжүмгә дусар булған атлы полктар командирҙары кәңәшләшкәс, һаҡланыу тактикаһын уйлап сығаралар. Шул хәтлем ҡыҙғаныс хәл – атлылар ҡылыстарын баш осонда уйнатып, “Ура!” ҡысҡырып, самолеттарға ҡаршы алға саба. Был алым мәғәнәһеҙ күренгән һымаҡ, ләкин яугир­ҙарға ҡулындағы ҡорал ышаныс биргән. Һыбайлылар сылбыр рәүешендә, бер-береһенән – 20 – 30 метрға, тачанкалар 50-әр метрға таралған. Өйөлөшөп торған атлылар бер юлы бер бомба менән юҡҡа сыға алмай. Самолеттар һәр бер һыбайлыны айырым баҫтырған һәм боеприпасты тиҙерәк исрафлаған. Был һаҡланыу алымы дивизияның личный составы, аттар араһындағы юғалтыуҙарҙы ҡырҡа кәметкән.
Обливская янында һәләк булыу­сыларҙың күбеһенең ҡайҙа ерләнгәне, исем-шәрифе билдәһеҙ. Станица халҡы, башлыса бала-саға, ҡатын-ҡыҙ, яугирҙарҙы бишәр-унарлап йырынға, юл буйына, ағас төбөнә, бомба соҡорҙарына ерләй. 50-се йылдарҙа ғына һөлдәләр туғандар ҡәберлегенә күсерелә. Лобачев хуторында ғына өс йөҙҙән ашыу кеше күмелгән, шуларҙың 44-е генә билдәле. Санеева балка буйында ла иҫәпһеҙ-һанһыҙ яугир һуңғы төйәген тапҡан.
…Ҡурайсыбыҙ Артур Ғайсаров һыҙҙырып “Урал”ды башҡарҙы. Юҡ, ишетмәгәндер Дон буйы башҡорт ҡурайын. Дивизия яугирҙары немец самолеты көпшәләренән яһап, тыуған яҡтарын уйлап моңланғандыр – етмеш йылдан саҡ ҡына күберәк ваҡыт үткәс, рухтары таныш моңдо тыңлап ҡыуанғандыр... Илдар хәҙрәт Синдикаев – Көньяҡ хәрби округының личный состав менән эшләү идаралығының дини хәрбиҙәр менән эшләү бүлеге начальнигы ярҙамсыһы – мәрхүмдәр рухына аят уҡыны... Тып-тын баҫып торҙоҡ һәм барыбыҙ ҙа һуғыштың ни тиклем ҡәһәрле икәненә төшөндөк.
Урындағы халыҡ беҙҙең егеттәр­ҙе әле лә хәтерләй. Ул мәлдә малай ғына булған олатай хәтирәләренән:
– Бик ауыр ваҡыт ине – 30 градус­ҡа еткән һыуыҡ. Кавдивизия фашис­тарҙың тылына рейд менән килеп сыҡты, ә уның усилениеһы теге яҡта тороп ҡалды. Беҙ­ҙекеләрҙең боеприпастары, аҙыҡ-түлеге аҙ, халыҡтың да ашарына юҡ. Аттары йәрәхәтләнеп, һуйырға тура килһә, итен беҙгә лә бирәләр ине. Үҙҙәренә ҡыйын булһа ла, беҙҙе ҡайғыртҡан башҡорт егеттәренә бик рәхмәтлебеҙ.
Бер мәл дивизия яугирҙары үлгән иптәштәре өсөн үс ала – күрше станицаға барып, ашханала Раш­тыуаны билдәләгән йөҙҙән ашыу осоусыны һуйып-тураҡлап сыға...
Обливская крайҙы өйрәнеү музейы директоры Валентина Лымарева менән әңгәмәләшәбеҙ. Ул райондағы хәрби хәрәкәттәр тарихын ун йылдан ашыу өйрәнә икән.
– Был дәүер эсендә күп нәмә үҙгәрҙе. Әле РФ Оборона министрлығының архивтары асылыуы күп мәғлүмәт бирҙе. Иң мөһиме – беҙҙең районды дошмандан азат итеүҙә кавалерия дивизияларының роле ҙур булған. 8-се кавкорпус составындағы 112-се Башҡорт, 21-се тау, 55-се дивизиялар, 55-се мотоцикл полкы разведкалауҙа, плацдармдарҙы яулауҙа ҡатнаш­ҡан. Иң аяныслыһы – уҡсы дивизияларҙан ярҙам ала алмаған атлылар күпләп ҡырылған. Дивизия­ларҙа көн дә 300-ҙән алып 500-гә тиклем һыбайлы һәләк булған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың күбе­һе аҙаҡтан табылмай, исемдәре билдәһеҙ.
Ә урындағы халыҡ кавалеристар­ҙың батырлығын иҫләй. Һуғыш мәлендә күптәр беҙҙекеләргә юл күрһәтеүҙә ҙур ярҙам иткән. Далала ситкә яҙлығып, дошманға килеп төртөлөргә мөмкин. Ә төбәкте яҡшы белгән хутор, станица кешеләре тура юлға сығарған.
Беҙ эшләнеү эштәрен артабан да алып барасаҡбыҙ. Ярҙамсылары­быҙ күп, Ростовтағы башҡорт диаспораһы ла эшләй, хәрби комиссариаттар мәғлүмәт бирә. Күп уҡы­тыу­сы, бала бының менән ҡы­ҙыҡһына. Ошолай итеп, бер юҫыҡта эшләүселәрҙең барлығы бик ҡыуандыра. Ваҡыт үтеү менән, моғайын, исемһеҙ ҡәберҙәр бөтөр, яугирҙарҙың кем икәнлеген белербеҙ, тип ышанам, – тип һүҙен тамамланы ул.
Германиянан килһәләр, ярҙам итерһегеҙме, тип һорайбыҙ. Юҡ, быға беҙҙең ваҡыт та, теләк тә юҡ, тип яуапланы музей директоры.
Деев хуторына юлланабыҙ. Кешеләр бынан 30 йыл элек Солонец хуторына күсеп китә. Юлы алама булһа ла, туғандар ҡәберлеге имен хәлдә. Тирә-яҡ Баймаҡ тәбиғәтен хәтерләтте – уйһыулы, тәпәш убалы ҡылғанлы дала. Нисәмә башҡорттоң һуңғы төйәгенә доға ҡылдыҡ, ҡурай моңон ишеттерҙек.
Алексеевский, Лобачев, Сиволо­бов хуторҙары, Чернышковская станицаһы халҡы беҙҙе ихлас ҡаршылап оҙатты. Бында йәшәүселәр һуғышты беҙҙең һымаҡ китап, фильмдарҙа ғына күрмәгән, уны үҙ иңендә тойған. Кемдер олатаһын юғалтҡан, башҡа туғанын ерләгән, бәғзеләрҙең яҡындары фронт өсөн эшләгән. Шуға күрә лә башҡорт кавалеристарын бында хәтерләй­ҙәр, һуңғы төйәктәрен ҡәҙерләп тоталар. Йорттары иҫке, тирә-яҡ емерек булһа ла, ҡәберлектәр, обелисктар төҙөк, ҡараулы. Лобачевта өс траншеяла 270 кеше ерләнгән, улар­ҙың 50-һенең генә исеме билдәле...

Айбулат ИШНАЗАРОВ


Һис онотолмаҫ башҡорт яугирының исеме!

Атаевсыларҙың ҡаһарманлығы һәм казактар

3 май иртәһен Морозовск ҡалаһында ҡаршыланыҡ. 1942 йылдың аҙағында – 1943 йылдың ғинуар башында уны азат итеүҙә дивизия күп юғалтыуға дусар була. 81 проценты – башҡорт, 14 проценты – татар, 3 проценты рустар булған личный состав ҡырылғас, ҡалған көстәрҙе – өс полкты генерал М. Шайморатов сводный отрядҡа туплай, подполковник Герасим Фондеранцевты командир итеп ҡуя. Дивизияны переформированиеға сығаралар, уға төркмәндәр, үзбәктәр һәм башҡа милләттән һалдаттар ҡушыла, хәрби часть интернациональ булып килә.
Морозовскиҙа йәш кадеттар менән булған иҫтәлек акцияһынан һуң, Белая Калитваға юл тоттоҡ. Атаевсылар ҡаһарманлығы менән билдәле ул – 1943 йылдың 22 ғинуарында лейтенант Аннаклыч Атаевтың ҡаһармандары 79,9 бейеклеген баҫып алып, нығытма көстәр килеүенә тиклем ике тәүлек буйы тота.
Алыш урынында – “Үлемһеҙлек бейеклеге”ндә иҫтәлекле митинг мәлендә ике олпат хәрби ағай менән танышып һөйләшәбеҙ. Мәхмүт Бакир улының дуҫтары, Кубань башҡорттары – икенсе ранг капитаны Марс Ғәббәсов һәм подполковник Әхмәҙи Сөләймәнов икән. Улар экспедициябыҙға ныҡ ярҙам итте.
Тантаналы сарала РФ Президентының Көньяҡ федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Анатолий Сафронов ҡатнашты. Ә бына Владимир Аннаклычевич Атаев ҡаһарман атаһы ерләнгән урынға быйыл 51-се мәртәбәгә килә. Ғәҙәттә, ул 9 Майға туралаған, быйыл иртәрәк килеп, беҙҙең менән осрашыу бәхетенә эйә булды.
Был көндө Матвей Платов исемендәге казак кадет корпусына экскурсия яһаныҡ. Өлкәнән йыйылған малай-ҡыҙҙар бында һауа-десант, спорт, дөйөм ғәскәри әҙерлек үтә, яугир рухында тәрбиә ала. Ҡунаҡтар алдында кадеттар йыр-бейеү менән сығыш яһаны. Ҡыҙҙарҙың казак шашкаһы фланкировкаһы – ҡорал менән уйнау алымдарын күрһәтеүе үҙе бер матур тамаша булды. Белая Калитва тарих һәм крайҙы өйрәнеү музейына экскурсия ла онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы. Казактарҙың Усть-Белая Калитва йорто үҙәге булған был ҡаланың һәм райондың башлығы Ольга Мельникова ла казак тоҡомонан. Әйткәндәй, бында бар гүзәл зат регистрлы казак ҡатын-ҡыҙҙары исемлегенә тупланған. Музейға ингәндә сәләмләп, шашкаһы менән фланкировкалаған Ринат Мәжи­товҡа казачкалар һоҡланып, хатта урлап алып ҡала яҙҙы.

Красновка халҡы ҡаһармандарҙы онотмай!
4 май иртәһендә беҙҙең автоколонна Ростов өлкәһенең төньяҡ-көнбайышына – Тарасов районына юлланды. Украинаға яҡынлашабыҙ – юлдағы Дон, Северский Донец йылғалары аша күперҙәрҙә ҡораллы хоҡуҡ һаҡлаусылар тора, барыһы ла көйлө булмауы һиҙелә. Телефондарҙы һүндерҙек, баҡтиһәң, беҙҙән кәрәҙле элемтә сигналы Украина станцияһына эләкһә, улар, роуминг тип, күпләп аҡса алып ҡала икән. Йә, кемгә кәрәк инде ошолайтып ике туғандаш илде, халыҡты бутау? Элегерәк булһа, экспедициябыҙ Луганск өлкәһенә лә сығыр ине. Хәҙер был бөтөнләй мөмкин түгел.
Тарасовский хуторына яҡынлайбыҙ. Тәүҙә “Дон” автомобиль юлынан барыусылар өсөн ҡоролған “13 Советтар Союзы Геройы” мемориалында туҡтаныҡ. Бетондан ҡойол­ған Мәңгелек ут һәм артында – 13 тажлы сәскә. Таждарҙа ҡаһармандарҙың йөҙҙәре һынландырылған. Бына яҡташтарыбыҙ Зөбәй Үтә­ғолов һәм Тимерәй Көбәкәев – китаптарҙа ғына уҡып белгән батыр­ҙарыбыҙ тап ошо төбәктә Тыуған ил өсөн йәнен фиҙа ҡылған!
Красновка хуторында эҙләү отрядтары тапҡан ике һалдаттың ҡалдыҡтарын зыяратта ерләүҙә ҡатнаштыҡ. Автоматтарҙан өс мәртәбә салют залпы яңғыраны – ике яугир рухына хөрмәт ҡылынды...
1943 йылдың башы. Н. Ватутин етәкселегендәге Көньяҡ-көнсығыш фронт ғәскәрҙәре немецтарҙы ҡыҫырыҡлап, ауыр шарттарҙа көнбайышҡа юл яра. Ә дошман, үҙ сиратында, Сталинградҡа, Паулюс төркөмөнә ярҙамға ашыға. Красновка станцияһында, стратегик әһәмиәтле тимер юл буйында фашистар ҡарҙы һалам менән бутап, һыу ҡойоп, бейек валдар ҡора. Ләкин 15 ғинуарҙа лейтенант Иван Ликунов етәкселегендәге рота һөжүм итеп, вал аша үтә һәм өс йортто биләй. Немецтарҙың көстәре күберәк булһа ла, беҙҙекеләр бирешмәй, ике тәүлек буйына оборона тота. 13 гвардия һалдаты һәләк булһа ла, батырлыҡтары менән үҙҙәрен мәңгелеккә үлемһеҙ итә.
... Красновка станцияһы 20 йыл инде поездарҙы ҡабул итмәй. Ләкин вокзал янындағы туғандар ҡәберлеге онотолмай. Эргәһендәге музей ҙа тамашасыларҙы ҡабул итә. Тыныс ятығыҙ, яугирҙар: беҙ һеҙгә ҡурай моңо, аят һәм тыуған яҡ тупрағы менән килдек.
Бына станция бинаһы артындағы һыу башняһы. Кирбес ҡоролмала һаман да пуля, ярсыҡ эҙҙәре бар – бында фашистарҙың пулемет нөктәһе булған.
“Теҙелергә!”
“Тигеҙләнергә!”
“Байраҡ аҫтында үрә ҡат!”
Ринат Мәжитовтың ҡораллы салюты аҫтында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының Хәрби байрағы күсермәһен Мәхмүт Сәлимовҡа һәм дуҫтарына тапшырабыҙ. Беҙҙең миссия тамам – хәҙер ҡайтыр юлға сығабыҙ. Ә юлдаштарыбыҙ – “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Азамат Юлдашбаев, фотохәбәрсе Эдуард Дил­мөхәмәтов һәм водитель Фәнис Бикмырҙин Ми­тя­кинская станицаһына юлланды.
Улар унда Мәхмүт Бакир улының туғаны Рәхим Биктимер улы Усманов ерләнгән урынға тыуған яҡ сәләмен еткерҙе.
... Ике тәүлек юл­дабыҙ. Нурислам Мирхәйҙәр улы менән әңгәмәләшәбеҙ:
– Беҙгә Башҡор­тос­танда крайҙы өйрәнеүселәрҙе йәлеп итеп, дивизия юлы буйлап тикшеренеүҙәр үткәреү зарур. Был эшкә Мәхмүт Бакир улы ярҙам итергә вәғәҙәләй. Әле беҙ барыбыҙ ҙа бер юҫыҡта, хәтер акцияһын дауам итергә кәрәк. Балаларға дивизия тураһында хәтерҙе тапшырырға тейешбеҙ. Урындағы казактар башҡорттарҙы таныны, беҙгә ярҙамдары күп тейәсәк.
Йылдар үткән һайын һуғыш тураһында онота барабыҙ. Ә ысынында Бөйөк Ватан һуғышы алыҫта түгел, ул һаман да яныбыҙҙа. Китаптарҙа бер төрлө яҙыла, ә ваҡиғалар урынында бөтөнләй икенсе тәьҫораттар тыуа. Беҙҙекеләрҙең ҡаһарманлығын хатта немецтар үҙҙәре лә яҙып ҡалдырған. Йәнен-тәнен аямай, үҙҙәрен ҡорбан итеп һәләк булған башҡорт егеттәренең исемдәрен белергә тейешбеҙ. Уларҙың, киләсәк быуын тыныс тормошта йәшәйәсәк, тигән инаныуҙарына тап төшөрмәҫкә бурыслыбыҙ.
Урындағы халыҡ өсөн һуғыш бөтмәгән. Улар ҡаҙыныу-эҙләү эштәрен алып барырға, бында һәләк булған бөтә егеттәрҙе табып, бер урынға ерләргә ярҙам итергә әҙер – бары тик Башҡортостандан экспедиция булдырырға кәрәк.
Сәфәрҙең уңышлы үтеүенә ярҙам иткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетына, Ростовтағы “Яҡташтар” башҡорт-татар ойошмаһына, “Башҡор­тостан”, “Йәшлек” гәзиттәренә, “Юлдаш” радиоһына, Башҡор­тостан юлдаш телевидениеһына, урындағы халыҡҡа рәхмәт әйтәм. Был бик файҙалы эш булды, – тип тамамланы ул һүҙен.
Ошо арала социаль селтәрҙәрҙә хәтер акцияһына башланғыс биреләсәк. Ул «Исемлектәрҙә күрһәтелгән» – «В списках значится» тип аталып, һуғышта һәләк булғандарҙың исем-шәрифен асыҡлау маҡсатын ҡуя. Был мәғлүмәт артабан обелиск һәм мемориал исемлектәренә яҙыласаҡ.

Айбулат ИШНАЗАРОВ.

Автор фотолары.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға