«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Эремсекле кекс



13.05.2017 Эремсекле кекс

Эремсекле кексКексты әҙерләү өсөн 400 г эремсек, 200 г маргарин, 1 стакан шәкәр, 3 йомортҡа, 100 г йәки 5 ҡалаҡ крахмал, 1 ҡалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель), 150 г он, ярты лимондың ҡабығы кәрәк.
Майға шәкәр, һуңынан эремсек, йомортҡа һалырға. Лимон ҡабығын ыуғыста ыуырға һәм ҡамырға өҫтәргә. Аҙлап-аҙлап он, крахмал, ҡамыр ҡабарт­ҡыс ҡушып, ҡуйы ҡаймаҡ кеүек ҡамыр барлыҡҡа килгәнсе болғатырға. Махсус кекс формаларына һалырға һәм 200 градус ҡыҙыулыҡтағы мейестә 20 минут бешерергә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға