«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Хәтер – мәңгелек”



10.05.2017 “Хәтер – мәңгелек”

“Хәтер – мәңгелек”9 майҙа Баймаҡ районының Билал, Һәмән ауылы халҡы Билалға “Хәтер – мәңгелек” исемле хәтер һәм ҡәҙер кисәһенә йыйылды.
Халыҡ ауыл урамдары буйлап “Үлемһеҙ полк”тың үткәнен ҡарап атай – олатайҙарын хәтерҙән үткәрҙе. Обелиск янында тантаналы митингҡа йыйылыусылар яу яландарында, тыныс тормошта ҡайтып һуғышта алған яраларынан үлеп ҡалыусы ветерандарыбыҙ иҫтәлегенә венок һалды. Артабан ветерандар байрам кисәһе үтәсәк мәҙәниәт йортона тиклем тере коридор аша үтте.
Беҙ 15 тыл, 2 һуғыш ветеранын, Афған яуы үтеп ҡайтҡан егеттәрҙе тәбрикләнек. Район депутаты Илнур Мырзагилдин, хакимиәт башлығы Мәжит Заманов, мәктәп директоры Фәнүр Садыҡов, ағинәйҙәр Советы рәйесе Гөлдәр Юлмөхәмәтова, хәрби өҫтәл начальнигы Фирҙәүес Бикйәнова ветерандарға изге теләктәрен еткерҙе. Уҡыусылар, уҡытыусыларҙың бейеүҙәре, ауылымдың йырсылары Фирҙәүес Ҡаһарманова, Ләйсән Әминева, Нурзиә Иҫәнюловаларҙың моңло йырҙары бар тамашасыларға ла оҡшаны.
Хәтер – мәңгелек. Ул тере саҡта кеше лә йәшәй. Беҙгә тыныс тормош бүләк иткән яугирҙәрҙе оноторға тейеш түгелбеҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға