«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Наурыҙға йыйылды мәргәндәр!



01.05.2017 Наурыҙға йыйылды мәргәндәр!

Наурыҙға йыйылды мәргәндәр!Учалы районының Наурыҙ ауылы апрель менән майҙы тоташтырып, ике көн буйы, 30 апрелдән 1 майғаса, иртәнән кискәсә гөрләп торҙо. Башҡа ваҡытта төтәп, быҫҡып ҡына яталармы, тигән уй башығыҙға инә күрмәһен! Бында йәшәгән талантлы һәм берҙәм халыҡ һүлпәнлектең ни икәнен бөтөнләй белмәй: эшләһә - емертеп эшләйҙәр, ашаһа - ҡайырып тешләйҙәр, сәхнәгә сыҡһалар – һандуғастай һайрап, иҙән таҡталарын емергәнсе, силсәүит түләр әле, тип, бейеп төшәләр. Улар шундай кешеләр, ярым-ярты йәшәй, эшләй, һөйә торғандарҙан түгелдәр. Барыһын да һоҡландырып йәшәүсе тиләүҙәрҙең гүзәл йолалары ла, һанай китһәң, тиҫтә-тиҫтә йыйылыр. “Ауыл көтә улдарын” - шуларҙың береһе. Наурыҙҙар быйыл үҙ ҡаҙандарында ғына ҡайнарға теләмәй, төрлө тарафтарҙан ҡунаҡтар саҡырып, ошо матур сараны ҙурҙан ҡубып үткәрҙе. Уның сиктәрендә, ауылды төҙөкләндереү маҡсатында, өмәләр ойошторолдо, ағастар ултыртылды, күңел көйөн күреп, бала саҡ уйындары тергеҙелде, марш, өсмөйөш кеүек бейеүҙәрҙең саңы ҡағылды. Ә XVII быуаттың аҙағында-XVIII быуаттың беренсе яртыһында Наурыҙҙа йәшәгән атаҡлы Ҡарас сәсәнгә һәйкәлдең асылыуы - ауыл түшенә миҙал ҡаҙау менән тиң ине. Ҡобағош сәсәндең бүләһе Ҡарас - сәсәнлеге менән генә түгел, мәргәнлеге менән дә дан ҡаҙанған батыр. Шуға Наурыҙҙа уҡсылар бәйгеһе лә ойоштороуҙары бер кемде лә аптыратманы. Уҡ-һаҙаҡтарын йөкмәп, Яйыҡ йылғаһы буйына йыйылған сос ҡыҙҙар һәм егеттәр үҙҙәренең таһыллыҡтарын, мәргәнлеген генә күрһәтеп ҡалмай, оҫталыҡ серҙәре менән дә ихлас бүлешкәс, теләүселәр һуңынан ярышып та ҡараны.
(Был сара тураһында гәзитебеҙҙең сираттағы һанында уҡырһығыҙ).
Баныу Ҡаһарманова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға