«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡорт теленән региональ диктантты Рәсүл Ҡарабулатов уҡыясаҡ



19.04.2017 Башҡорт теленән региональ диктантты Рәсүл Ҡарабулатов уҡыясаҡ

Башҡорт теленән региональ диктантты Рәсүл Ҡарабулатов уҡыясаҡ
22 апрелдә, иртәнге сәғәт 10-да үтәсәк башҡорт теленән региональ диктант тексын БР халыҡ артисы, "Башҡортостан" ДТРК-һы алып барыусыһы Рәсүл Ҡарабулатов уҡыясаҡ.
Тел белемен тикшерергә теләүселәр Башҡорт дәүләт университетының төп корпусында (01, 02 аудиториялары), филиалдарында, институттарында йыйыласаҡ. Шулай уҡ диктант яҙырға теләүселәргә майҙансыҡтар Өфө, Бөрө, Салауат, Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Белорет, Ишембай, Мәләүез, Учалы ҡалаларында, күрше өлкәләрҙә ойоштороласаҡ. БДУ сайтында онлайн трансляция ла ойоштороласаҡ.

Диктант яҙыу өсөн алдан теркәлеү, бланкыла исемде күрһәтеү кәрәкмәй. Нисәгә яҙғанды аҙаҡ сайтта тикшерергә мөмкин буласаҡ.
http://regdict.bashedu.ru/ba







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға