«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Орлоҡ күп, тик барыһы ла сифатлы түгел



18.04.2017 Орлоҡ күп, тик барыһы ла сифатлы түгел

Орлоҡ күп, тик барыһы ла сифатлы түгелӘлеге ваҡытта магазин кәштәләре һәм баҙар төрлө орлоҡ менән тулды. Уларҙың хаҡы ла төрлөсә, әлбиттә. Ҡапҡа һалынған орлоҡто супермаркеттар ҙа һата. Һәр ваҡыттағыса, ундай сауҙа урындарында хаҡтар арзаныраҡ билдәләнә. Мәҫәлән, бер ҡап ҡыяр орлоғон ни бары бер һумға ла алып була. Тик сифаты төрлөсә булыуы ихтимал. Баҙарҙа һатылған йәшелсә орлоғоноң бер ҡабы, уртаса алғанда, 8 – 30 һумға һатыла. Һуған орлоғоноң бер килоһы 170 – 250 һум самаһы (сортына ҡарап). Был айҙарҙа миҙгелле тауарҙар­ҙы һатыусылар күбәйә башлай, шулай ҙа орлоҡ һайлаған ваҡытта һыналған магазиндарға мөрәжәғәт итеү отошлораҡ.

Түбәндәге таблицала баш ҡалабыҙ магазиндарында күҙәтелгән хаҡтар миҫалға килтерелә.
Хаҡ бер кило аҙыҡҡа ҡарата һумда бирелгән:
Һыйыр ите 310 – 380
Һарыҡ ите 300 – 400
Тауыҡ ите 100 – 170
Ҡаҙ ите 400 – 500
Өйрәк 350 – 450
Ит фаршы 350 – 400
Кәбеҫтә 25 – 45
Картуф 25 – 40
Һуған 25 – 40
Кишер 25 – 50
Помидор 149 – 250
Ҡыяр 69 – 180
Гранат 200 – 350
Алма 70 – 250
Лимон 70 – 150
Банан 69 – 80
Бал 500 – 650
Эремсек 200 – 230
10 дана йомортҡа 60 – 80
Тоҙ 10 – 11
Шәкәр 39 – 45
Дөгө ярмаһы 50 – 65
Ҡарабойҙай ярмаһы 65 – 70

Л. СОЛТАНОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға