«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Өй эйәһе”нең шифаһы тейһен



18.04.2017 “Өй эйәһе”нең шифаһы тейһен

“Өй эйәһе”нең шифаһы тейһенКилен булып төшөүенең тәүге көндәренән үк был йорт эйәһе үҙһенмәне Гөлбаныуҙы. Иртән күҙен тырнап асыуын аса ла, тик, ҡәһәрең, әллә ниндәй ҡара көс карауатынан ысҡындырмай ҡырталаша, елем менән йәбештереп ҡуйғандар тиерһең. Шунан күҙҙәрен көсләп тигәндәй йәнә йомдора. Улай итеп, былай итеп, теге нәмәҫтәкәй менән дауайлашып карауатынан ҡалҡы­ныуға төш етә…
Шунан артабан нисек булған тиһегеҙме? Гөлбаныу киленде өй эйәһе ҡабул иткәнме? Бөгөн ул нисек йәшәп ята? Был хаҡта көлкө оҫтаһы Венер Исхаҡовтың З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә яңы ғына “мейестән сыҡҡан” “Өй эйәһе” тигән сатирик һәм юмористик китабынан уҡып белә алаһығыҙ.
Көлкө организм өсөн бик файҙалы. Элек ҡайһы бер батшаларҙы көлдөрөү өсөн махсус кешеләр тотҡандар. Балаларға юморҙы аңларға өйрәтеү бик кәрәк, тип иҫәпләй педагогтар. Ошо йәһәттән Венер Исхаҡовтың яңы китабы көлөп, йылмайып йәшәргә яратыусылар өсөн бик файҙалы булмаҡсы.
Китапта уйлап сығарылған образдар юҡ. Тормоштағы хәл-ваҡиғалар, арабыҙҙа йәшәп ятҡандар, хатта яҡын аралашҡан кешеләр унда килеп ингән. Авторҙың “Министр була яҙҙым”, “Про­фессор дәресе”, “Үтенес”, “Яр­ҙамсыл кешеләр”, “Шәп күстәнәс” һәм башҡа хикәйәләрен уҡып, уның бай, һутлы, халыҡсан теленә, ябай ғына күренештән дә оҫта һығымта яһай белеүенә һоҡланырлыҡ.

Ә. ХЫЗЫРОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға