«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Белорет районының Ғәбдөк ауылы хәле



18.04.2017 Белорет районының Ғәбдөк ауылы хәле

Белорет районының Ғәбдөк ауылы хәлеХәлисә Ғәлләмова хәбәр итә: Был Ғәбдөк - Йөйәк автомобиль юлы. Беҙҙең ЮЛЫБЫҘ менән ИНЙӘР ЙЫЛҒАҺЫ шул тиклем дуҫ. Һис кенә бер-береһенән айырылғылары килмәй. Тик ауыл халҡы ғына бер ҡайҙа бара алмай.

Әйткәндәй:
"Ғәбдөк ауылында 13-ө көнө ауыл тирәһендәге боҙ китте лә Ырыҫҡол бөгөлөнә барып тығылды. 14-ендә Йөйәк ауылы эргәһендәге тығын үтте һәм тағыла шул тығынға барып туҡталды,беҙҙе шомландырып. 15 апрель , киске 8-ҙәрҙә Бриштамаҡ ауылының ҙуууур тығыны ла барып етеп, тығын тимер юлы күперенә яҡынайҙы. Күп тә үтмәй Асы ауылы эргәһендәге тығын да ҡуҙғалған, ә уныһы, киске 10-дар тирәһендә килеп етеп, ике күпер араһында туҡталып ҡалды. Ауыл осондағы өйҙәрҙең ишек алдына боҙло һыу керә башланы, әмәлгә таянғандай Аллаһы тәғәләнең ҡөҙрәте менән, Ырыҫҡол тығыны йырылып китте лә, беҙҙең бәхеткә һыу тартылды, кәмене. Төнгө 12-лә беҙ өйгә ҡайттыҡ. Аллаға шөкөр.
P.S. Өйгә ҡайттыҡ тигәс тә, 3 көн буйы ҡайта алмай йөрөгәндәр тип уйлап ҡуймағыҙ.Аңлатып яҙмағанмын, боҙ китә башлаһа, өйҙән сығып китәбеҙ ҙә, аҙаҡ көндөҙ ҡайтып йөрөнөк ул", - ти апай.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға