«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Айгүзәл Оморҙаҡова: “Кешеләргә файҙалы булырға теләйем”



13.04.2017 Айгүзәл Оморҙаҡова: “Кешеләргә файҙалы булырға теләйем”

Айгүзәл Оморҙаҡова: “Кешеләргә файҙалы булырға теләйем”Айгүзәл Сабур ҡыҙы Оморҙаҡова булам. 1997 йылдың 20 апрелендә, яҙ ергә ныҡлап аяҡ баҫҡанда, Әбйәлил районының йәмле Асҡар ауылында донъяға килгәнмен.
Әлеге ваҡытта Башҡорт дәүләт медицина университетының икенсе курсында белем алам.
Бала саҡтан йыр, шиғриәт менән мауығам, инша яҙырға яратам. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса район, республика олимпиадаларында ҡатнаштым. Әле лә университетта уҙғарылған төрлө саранан ситтә ҡалмаҫҡа тырышам.
“Йәшлек ” – яратып уҡыған гәзиттәремдең береһе. Мәктәптә уҡыған осорҙа “Йәншишмә” гәзитендә байтаҡ шиғыр, мәҡәләм донъя күрҙе. Шуға ла тормош девизым – Рәми Ғариповтың: “Кеше кешеләргә кәрәк булһын, бер ҡасан да артыҡ булмаһын”, – тигән шиғыр юлдары. Бер һүҙ менән әйткәндә, кешеләргә файҙалы булырға теләйем.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға