«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Ш" тамғаһы дефицитҡа әйләнде



07.04.2017 "Ш" тамғаһы дефицитҡа әйләнде

"Ш" тамғаһы дефицитҡа әйләндеБилдәле булыуынса, РФ премьер-министры Дмитрий Медведев ҡул ҡуйған ҡарарға ярашлы, 4 апрелдән алып автомобилдәрҙә «Начинающий водитель», «Шипы», «Перевозка детей» кеүек тамғалар ҡуйылырға тейеш.

Әле Өфөнө автомагазиндарында тәгәрмәстәрҙәге шиптарҙың барлығын күрһәткән "Ш" тамғаһы бөткән. Ҡайһы берҙәрендә бығаса 20-25 һум торған наклейканы 200-250 һумға тәҡдим итәләр. Водителдәр аптырап тормай - кемдер бысраҡ тәҙрәлә бармағы менән "Ш" тип яҙһа, бәғзеләр фломастер менән ҡағыҙҙа һыҙып әтмәләй. Аптыранған өйрәк арты менән һыуға сумған - бер кемдең дә 500 һумлыҡ штраф алғыһы килмәй.

Өфөнөң ЮХХДИ инспекторҙары әлегә штраф һалмай, киҫәтеү генә яһай.

Һүрәттәрҙә: баш ҡала автомобилселәре "Ш" тамғаһы менән нимәләр генә ҡыландырмай...







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға