06.04.2017 "Питер, беҙ һинең менән"
Бөгөн Өфөлә Конгресс-холл алдындағы майҙанда терроризмға ҡаршы теләктәшлек митингы ойошторолдо.
Киске сәғәт 6-ла башланған сараға эш көнөнән һуң төрлө предприятие-ойошма хеҙмәткәрҙәре, студенттар, хаҡлы ялдағылар килде.
Митинг башында теракт ҡорбандарын иҫкә алып Тынлыҡ минуты үтте. Аҙаҡ Рус правславие сиркәүе, Рәсәй, республика мосолмандарының Үҙәк дини идаралығынан, йәмәғәт ойошмаларынан вәкилдәр, сәйәсмәндәр сығыш яһаны.
Республика парламенты спикеры Константин Толкачев үҙ сығышында ошо көндәрҙә Рәсәйҙә үткән митингылар менән террорсыларға ишара вяһап, фажиғә тураһында онотмаясаҡбыҙ, илебеҙ кәрәкһә донъя терроризмына һәм экстремизмына ҡаршы сығасаҡ тип белдерҙе.
Митингыны ойоштороусы БР халыҡтары Ассамблеяһы Башҡортостан Санкт-Петербург фажиғәһен уртаҡлаша тип резолюция менән таныштырҙы.
Бындай акция республиканың башҡа ҡалаларында ла уҙғарылды.