«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Ауыр ҡайғыңды уртаҡлашабыҙ, Петербург.



04.04.2017 Ауыр ҡайғыңды уртаҡлашабыҙ, Петербург.

Ауыр ҡайғыңды уртаҡлашабыҙ, Петербург.Санкт-Петербург ҡалаһында булған ҡот осҡос хәл йөрәкте тетрәндерҙе... Көтөлмәгән шартлау аҫтында ҡалған кешеләр өсөн борсолдом...Хоҙайым күргәндәргә сабырлыҡтар биреп, күрмәгәндәрҙе бындай ҡайғынан аралаһын ине... Ауыр ҡайғыңды уртаҡлашабыҙ, Петербург.

...Метро...метро...һиңә ашығамын,
Елдән етеҙ тимер атына.
Әйтерһең дә һин дә ашҡынаһың
Киләсәктең серле йортона.
Переходта көн дә берәү йырлай,
Аҡса эшләр өсөн сыҡҡанмы..?
Һиҫкәндереп китә түгелгән моң,
Йәнде генә ярып ташҡанмы?
Алдарына тимер аҡса һалам,
Мохтаж микән минең тәңкәгә?
Ҡолағымда бер аҙ һағыш сеңләй,
Шыңғырлатып түккән нағышҡа.
Эй,яҙмыштар , һеҙгә ҡарайым да,
Күңелемдән доға уҡыйым:
Ғазаптарың бүлһәң , ярҙамың бир,
Тәүбәләрҙән башым әйләнә.
Эй,Хоҙайым , үҙең арала,
Тәҡдиремә бирсе бер сара.
Үткенсегә янып үткәнгә...

Зөлфиә Фәйрушина







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға