«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » 2017 йылдың апрель (алағарай) айына календарь



01.04.2017 2017 йылдың апрель (алағарай) айына календарь

2017 йылдың апрель (алағарай) айына календарь

Байрамдар

1 – Халыҡ-ара ҡоштар көнө.
– Көлкө көнө.
2 – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
– Геологтар көнө.
7 – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө.
– Һыу аҫты кәмәләрендә һәләк булыусыларҙы иҫкә алыу көнө.
11 – Фашистик концлагерҙар тот­ҡондарын халыҡ-ара азат итеү көнө.
– 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 75 йыл элек данлы яу юлын башлаған (1942).
12 – Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө.
18 – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө.
22 – Халыҡ-ара ер көнө.
23 – Халыҡ-ара китап һәм автор­лыҡ хоҡуғын яҡлау көнө.
– Миғраж кисе.
23 – Өфө сәнғәт училищеһы асы­лыу­ға – 95 йыл (1922).
24 – Бөтә донъя туғанлашҡан ҡалалар көнө.
– Йәштәрҙең халыҡ-ара теләктәшлек көнө.
26 – Радиация һәләкәттәрендә һәм катастрофаларҙа һәләк бул­ғандарҙы иҫкә алыу көнө.
29 – Халыҡ-ара бейеү көнө.

Юбилейҙар
1 – шағир Хисмәт Юлдашевҡа – 60 йәш (1957).
3 – медицина фәндәре докторы, Рә­сәй­ҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, травматолог-ортопед Фәрит Мөхәм­Мәтовҡа – 70 йәш (1947).
11 – Башҡортостанда һынлы сәнғәткә нигеҙ һалыусыларҙың береһе, график-рәссам Ҡасим Дәүләткилдиевтың тыуыуына – 130 йыл (1887 – 1947).
12 – Башҡортостандың атҡаҙан­ған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Нәсих Хәлисовҡа – 60 йәш (1957).
13 – Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй дөйөм белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре Рәмил Мәжитов­ҡа – 60 йәш (1957).
15 – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортос­тандың халыҡ артисы, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Фәнәүи Сәлиховҡа – 60 йәш (1957).
18 – мәшһүр композитор Заһир ИСМӘҒИЛЕВТЫҢ тыуыуына – 100 йыл (1917 – 2003).
20 – Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рәсәйҙең почетлы кинематографисы Фәрит Ғәбитовҡа – 80 йәш (1937).
28 – башҡорт халҡының күренекле мәғрифәтсеһе, шағир Шәмсетдин ИЗӘКИҘЕҢ (Зәки) тыуыуына – 195 йыл (1822 – 1865).

һынамыштар

- Февраль – ҡарға, апрель һыу­ға бай.
- Апрель шишмәһе ерҙе уята.
- Апрель йылғаһының яры ла, төбө лә юҡ.
- Күк умырзая сәскә атһа, ҡырауҙар бөтә.
-Ҡайын һуты мул булһа, йәй ямғырлы килер.
- Иртә яҙҙа күк күкрәһә, һыуыҡ булыр.
- Кәкүк ҡысҡырһа, көндәр яҡшырыр.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға