«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Рулет



01.04.2017 Рулет

РулетМәүсилә сусҡаның түш итен тоҙлап-борослап бәйләй ҙә духовкаға ҡуя. Йәһәт кенә кейенеп, Чебоксарҙан килгән быйма баҫыусылар янына китә. Анауы Робертҡа оҡшағаны иләҫ-миләҫ күңеленә ут һала. Уларҙың эшләгәнен көндәр буйы ҡарап ултырырға ла риза ул.
Уйнаш бар ерҙән бәрәкәт ҡасыр, тигәндәй, рулеты бешеп, майы һауытынан ағып төшә лә, үҙенең артынан ут көлтәһе эйәртеп, иҙән буйлап ағып китә.
– Ошондалыр тинем дә! Оятһыҙ, өйөң яна бит! – тип ҡысҡырып, аһылдап Минеүәрә әбей йүгереп инә.
Мәүсилә күтәрелеп тәҙрәгә ҡарай. Унда ҡулдарына биҙрә тотоп йүгерешкән кешеләр­ҙе күргәс, нисек сығып йүгергәнен һиҙмәй ҙә ҡала.
Ошо ваҡыттан һуң ҡатын-ҡыҙ берәй нәмәне нисек әҙерләргә икән тип һораһа: “Уны белһә, Мәүсилә генә белә инде, унан һора”, – тип мәрәкәләйҙәр.

Фәрит ФӘЙЗУЛЛИН.
Стәрлебаш районы,
Өмөтбай ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға