«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » “Яңы ҡар яуған”



01.04.2017 “Яңы ҡар яуған”

“Яңы ҡар яуған”
Ноябрь айы. Көндәр һыуытҡан. Октябрь урталарына тиклем алтын япраҡтарын ҡояшта йылҡылдатып торған аҡ ҡайындар, хәҙер яланғас ҡалып, моңһоу ғына юл ситенә баҫҡан. Әле ҡар яумаған, юлдар таҙа.
“Ҡар яуып ҡуйғансы ҡайтып етә алһаҡ ине”, – тигән теләктә иптәшем менән асфальт юлдан елдерәбеҙ генә.
Беҙ ирем Нурислам менән Мәскәүгә сентябрь аҙағында киткәйнек. Үҙебеҙ менән ҡышҡы тәгәрмәстәрҙе алып торманыҡ, сөнки багажникка уларҙы тейәйһеңме, әллә балаларыңа танһыҡ ауыл күстәнәстәре һалаһыңмы? Әле балаларҙа ҡунаҡ булып, үҙ йомоштарыбыҙҙы йомошлап, ноябрҙең ундарында ҡайтырға сығыуыбыҙ. Ҡар йәки боҙлауыҡ яуып ебәрһә, йәйге тәгәрмәстәр менән юл йөрөүе бигерәк ҡурҡыныс буласаҡ. Үҙең алйот булмаһаң да, бер иҫәре табылыр. Тайып китеп килеп тә төкөрҙәр, осоп та китерһең, Аллам һаҡлаһын инде.
Юлға сығыр алдынан иремә: “Ҡиммәт булһа ла әллә ҡышҡы резиналар алайыҡмы?” – тип әйтеп ҡараным. Ул: “Ҡуй, өйҙә бар бит, ҡайтҡас, шуларҙы ҡуйырбыҙ. Ниңә аҡсаны әрәм итергә? Ҡурҡма, йөрәккәйем, ҡайтып етербеҙ әле”, – тип мине тынысландырҙы.
Ярай, Хоҙайға тапшырҙыҡ, тип “Аятел көрси” доғаһын өс тапҡыр уҡып, юлға сығып киткәйнек. Татарстанға килеп еткәс, ҡапыл ябалаҡлап ҡар яуа башланы. Юл тайғаҡланды. Бейегерәк тауҙан төшкәндә йөрәк жыулай, ҡурҡыта. Бер ерҙә машина ҡыялап китеп, иномаркаға саҡ бәрелмәнек. Ярай әле, бара торғас, ҡар яуыу­ҙан туҡтаны, күңел тынысланды.
Бына Башҡортостанға килеп индек. Турараҡ юл эҙләп, асфальттан шоссейкаға төштөк. Бер ауылға килеп индек тә, ике юл сатында ҡайҙа китергә белмәй, аптырап ҡалдыҡ.
– Ана-а-а-уында бер нисә кеше тора, әйҙә шуларҙан юл һорайыҡ, Нурислам, – тим.
– Әйҙә, – тип ризалашты ирем.
Шул кешеләр янына еткәс, ул машинанан төштө лә һәр береһе менән ҡул биреп күрешеп сыҡты. Һөйләшә башланылар. Береһе ҡулы менән уң яҡҡа күрһәтте лә, бер аҙҙан бөтәһе лә, ауыҙҙары ҡолаҡтарына етеп, көлөргә тотондо.
– Ҡайтырға ҡабаланғанда ни тип хихылдашып тора инде, – тим ултырып сыҙамай. Бер аҙҙан иптәшем көлә-йылмая машинаға инеп ултырҙы.
– Юҡтан ни ҡыҙыҡ таптығыҙ инде? Бөтәһе лә ат шикелле кешнәнеләр, – тим.
– Ҡыҙыҡ булды шул, – ти Нурислам.
– Йә, ҡыҙыҡ булғас, һөйлә, мин дә көлөрмөн. Көлкөм килмәһә лә, – тим, тик торғанда ҡалҡып сыҡҡан асыуымды баҫырға тырышып. Ирем ҙур теләк менән һөйләй башланы:
– Яндарына барып еткәс: “Егеттәр, тим, аҙашып китмәйем әле, тип юл һорарға булдым. Бына ике юл саты, ҡайһы яғына китәйем икән?” – тим. “Уңдан кит, ағай, уңырһың, һулдан китһәң, туңырһың, – ти бер шаяны. – Әҙерәк бара биргәс, бер һөҙәгерәк тауҙы менһәң, яңы ҡар яуған”, – тип һөйләп тә бөтмәне, ҡурҡышымдан ҡысҡырып та ебәрҙем: “Яңы ҡар яуған? Ҡайҙа яуған? Күп яуғанмы?” – тип һорауҙарға күмеп ташланым. Егеттәр хахылдашып көлә башланы. Көлөү бер аҙ баҫылғас, береһе: “Әй, ағай, был бит ауыл исеме! Ул ауыл “Яңы ҡар яуған” тип атала. Үҙегеҙ менән навигатор йөрөтөргә кәрәк. Все-таки двадцать первый век”, – тип аҡыл өйрәтеп ҡуйҙы.
Шунда мин дә, был ҡыҙыҡ хәлде ишетеп, ысын күңелдән көлөп ебәрҙем. Ҡыуанысым да ҙур ине: “Яңы ҡар яумаған бит!”. Э-й-й-й, ҡыҙыҡ ауыл исемдәре күп тә инде беҙҙең Башҡортостанда!
Егеттәрҙең өйрәтеүе буйынса һөҙәк тауға килеп мендек тә алдыбыҙҙа йәйелеп ултырған Яңы ҡар яуған ауылын күреп, тағы бер тапҡыр көлөшөп алдыҡ.

Әлфиә БИКТАШЕВА.
Баймаҡ ҡалаһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға