«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » ҠЫШ ЕГЕТ ҺӘМ ЯҘ ҺЫЛЫУ



30.03.2017 ҠЫШ ЕГЕТ ҺӘМ ЯҘ ҺЫЛЫУ

ҠЫШ ЕГЕТ ҺӘМ ЯҘ ҺЫЛЫУӘллә Ҡыш китмәҫкә булды быйыл,
Март аҙағы... һаман иретмәй,
Ерҙә әле ҡар ҡатламы ҡалын,
Ҡыш егет бит һис тә бирешмәй.

Ҡояш апай һаран ғына итеп
Ара-тирә генә йылмая,
Яҙ һылыуын Ҡыш үҙ итмәгәнен
Белеп тора инде бар донъя.

Яҙ хәбәрселәре сыйырсыҡтар
Тыуған яҡҡа һаман ҡайтмаған,
Оялары хужаларын көтөп
Буран араһында моңайған.

Яҙ һылыуы, күңелең төшөрмә,
Ҡыш егеттең көсө аҙайған,
Оло юлдар инде яҙҙы көтөп
Аҡ япманан күптән асылған.

Яҙ һылыуы иркәләй башлаһа,
Наҙҙарынан шашыр Ҡыш егет,
Ташҡын булып ашҡан мөхәббәттән
Йөрөр үҙ туйында ул бейеп.

Йыйылырҙар туйға йырсы ҡоштар,
Ҡаҙҙар, торналар ҙа ҡайтырҙар,
Ағастар ҙа ошо ваҡиғаға
Йәшел япраҡтарын ярырҙар.

Эй, тантана булыр шул сағында!
Бар тәбиғәт туйға һөйөнөр,
Ҡыш егет һәм Яҙ һылыу туйына
Ер ҙә йәшел күлдәк кейенер.
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
29.03.2017







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға