25.03.2017 «Араларҙа – моң ғына...»
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, республикабыҙҙың ғорурлығы, маэстро Салауат Низаметдинов – башҡорт музыка сәнғәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән шәхестәрҙең береһе. Уның «Күҙҙәремә ҡара», «Яратам, яратам», «Күҙ нурым», «Ялан сәскәләре», «Бутамағыҙ минең яҙмышымды», «Иҫке өй» кеүек ижад емештәре күптәребеҙҙең «күңел дәфтәре»ндә мәңгегә уйылып ҡалған. 27 март Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында үтәсәк «Араларҙа – моң ғына» исемле тамашала композиторҙың ижадына бер аҙ байҡау яһала. Нәзифә Ҡадирова, Әлфиә Юлсурина, Вәхит Хызыров, Азамат Тимеров, Сәйҙә Ильясова, Лилиә Ишемйәрова, Рөстәм Шаһыбалов, Марсель Ҡотоев, Искәндәр Ғәзизов, Заһир Иҫәнсурин, Айгиз Ханов, Тимур Рамаҙанов, Эльмир Әбүбәкиров һәм башҡа танылған йырсылар башҡарыуында яратҡан йырҙарығыҙҙы ишетерһегеҙ. Концертта шулай уҡ композиторҙың ижадташ дуҫтары, туғандары һәм музыканттың ижадына битараф булмағандар ҡатнаша. Тамашаның режиссеры – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.
Халыҡ араһында ҙур танылыу яулаған Салауат Низаметдиновтың даны республикала ғына түгел, унан тыш та таралған. Хәтер йәшәй икән, шәхес тә йәшәй тигән һүҙ. 27 мартта үтәсәк концерт-тамаша билдәле композиторҙың шәхесен һәм ижадын үҫеп килеүсе быуынға танытыусы кисә булып торор, тигән ышаныстабыҙ.
Рәхим итегеҙ!
27 март, 19.00
Х. ӘХМӘТОВ ИСЕМЕНДӘГЕ БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ ФИЛАРМОНИЯҺЫ
Ҙур зал