«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 4 класс



23.03.2017 "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 4 класс

"Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 4 классБаймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" эстафетаһын был юлы 4 класс уҡыусылары (етәкселәре Раушания Күсәрбаева) ҡабул итеп алғайны. Улар өсөн "Бөтә аҡыл китапта" исемле китапхана дәресе үткәрелде.
Дәрескә мәғариф ветераны, хажиә Гөлдәр Алибаева саҡырылды. Дүртенселәр "Башҡорт халыҡ ижады" китаптарында мәҡәлдәр, йомаҡтар, әкиәттәрҙән тыш мөнәжәттәр, хәҙистәр барлығын белде.
Хәҙер мөнәжәт йырлаусылар бихисап. Был бик мәслихәт хәл. Сөнки башҡорт борон-борондан дини һәм әхлаҡи тәрбиәне кеше аңына мөнәжәт ярҙамында һеңдерә барған. Көйләп уҡылған был һүҙҙәр аңға тиҙерәк барып еткән, тиҙ иҫтә ҡалған. Уҡыусылар бик күп һорауҙарға яуап алды. Артабан эстафета кем ҡулына күсер, дүртенселәрҙең дуҫтары кем, тиҙҙән белербеҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға