«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Һыу таша башлаһа нимә эшләргә?



23.03.2017 Һыу таша башлаһа нимә эшләргә?

Һыу таша башлаһа нимә эшләргә?Йылға эргәһендә йәшәгән һәр кем үҙенең йорт-ҡураһын ташҡынға әҙерләргә тейеш. Халыҡты нисек кенә аңларға тырыш­һаҡ та, күптәрҙең страховкалау мәсьәләһенә вайымһыҙ ҡарауы аптырата. Әгәр һыу аҫтында ҡалыу ихтималлығы булған урында йәшәйһегеҙ икән, милкегеҙҙе мотлаҡ страховкалау талап ителә. Һәр кемдең үҙ туҡһаны – туҡһан, берәүҙәр, страховкалау компаниялары барыбер ҙә түләмәй, тип уйлай. Бәлә сыҡһа, ҡайҙандыр киләсәк матди ярҙамға өмөт итеүселәр ҙә юҡ түгел.
Метеорологтар биргән мәғлүмәттәрҙән тыш, йылға-күлдәрҙәге һыуҙың кимәлен күҙәтеп барыу ҙа файҙаға. Йорт тирәһендәге биләмәне сүп-сарҙан, ҡарҙан таҙартыу мотлаҡ. Һыу торбалары йәки башҡа һыу сығарғыс ҡорамалдарҙың ауыҙын асып таҙартып, боҙон ҡырып торорға ла онотмаҫҡа. Йорт кәрәк-ярағын һарайға, йортҡа индереп бикләргә кәрәк, юҡһа барыһы ла ағып китеп бөтәсәк. Урын етмәгәндәрен бәйләп ҡуйыр­ға ла була. Бензин, кәрәсин кеүек яғыулыҡ ҡойол­ған һауыттарҙы ныҡлап ябырға, ниндәй генә шарттар булһа ла, уларҙан шыйыҡса ағып сыҡмаһын. Был – бик мөһим пункт, сөнки вайымһыҙ хужалар арҡаһында әллә күпме зыян килеүе бар.
Эвакуация тураһында сигнал ишеткәндә, паникаға бирелергә ярамай. Тәү сиратта үҙеңдең һәм яҡын-тирәләге кешеләрҙең ғүмерен һаҡлап ҡалыу менән шөғөлләнергә кәрәк.
– Тиҙ арала бейегерәк урынға күсергә.
– Күрше-тирәгә һәм башҡа яҡындарығыҙға шылтыратырға, оло йәштәгеләр­ҙең өйҙәренә инеп, үҙегеҙ менән бергә алырға.
– 2 – 3 көнлөк аҙыҡ, кейем-һалым, ҡиммәтле әйберҙәр, документтар, дарыу­ҙарҙы алдан уҡ төйөнсөккә төйнәргә.
– Йорттағы әйберҙәрҙе шкафтарҙың юғарыраҡ кәштәләренә, йорт баштарына күсерергә.
– Электрҙы ғына түгел, мейестәге утты ла һүндерергә кәрәк.
Ата-әсәләр, уҡытыусылар!
Яҙғы ташҡын балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Улар йылғаларға яҡыныраҡ барып ҡарарға теләй, боҙҙа йөҙөргә лә күп һорап тормай. Бәләкәй саҡта балалар­ҙа ҡыҙыҡһыныу тойғоһоноң ҡурҡыуҙан көслөрәк икәнлеген бер генә минутҡа ла онотмағыҙ. Шуға ла ололар әлеге хәүефле ваҡытта айырыуса иғтибарлы булырға тейеш. Кескәйҙәргә ташҡын ваҡытында йылғаның боҙ кеүек һыуыҡ булыуын, ағымдың көсәйеүен, ярҙарҙың ишелеп төшөүен аңлатығыҙ.
берәйһе һыуға төшөп киткәндә йәки башҡа хәүефле хәл килеп сыҡҡанда ҡайҙа шылтыратырға кәрәклеген балалар белеп торһон. Был айҙарҙа уларҙың уйнаған, мәктәпкә барған саҡта күмәкләшеп йөрөүе яҡшыраҡ.

– Экстрен хеҙмәттәр­ҙең телефон номерҙары: 01, 02, 03, 04.
– Берҙәм дежур хеҙмәте: 3-44-64, 3-44-96.
– Кеҫә телефонынан: 101, 102, 103, 104, 112 номерҙары буйынса шылтыратырға кәрәк (баланста аҡса булмаһа ла шылтыратыу ҡабул ителә).







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға