22.03.2017 Сибайҙа боҙ урынынан ҡуҙғалды!
Сибай ҡалаһы үҙәгендә - Зәки Вәлиди урамындағы ташландыҡ йорттар тураһында быға тиклем яҙғайныҡ. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: бында граждандарҙы авариялы торлаҡтан күсереү программаһы һөҙөмтәһендә кешеһе күсерелгән 15 ике ҡатлы йорт ярты йылдан ашыу һүтелмәй торҙо.
Әле бөгөн боҙ урынынан ҡуҙғалды: йорттарҙы махсус техника менән һүтәләр, сүп-сарҙы оҙаталар.