«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 8 класс



21.03.2017 "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 8 класс

"Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" 8 класс
Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында "Китапханаға кил, дуҫтарыңды ла саҡыр!" исемле акция дауам итә.
Үткән аҙнала эстафетаны икенселәрҙән һигеҙенсе класс уҡыусылары ҡабул итеп алғайны. Бөгөн һигеҙенселәр (етәкселәре Альбина Әминева) өсөн “Рәсәй менән Ҡырым мәңге бергә” исемле китапхана дәресе үткәрелде. Сараға тарих менән ҡыҙыҡһыныусы ауылдашыбыҙ Носрат Айытбаев, Ҡырым татарҙары менән ҡоҙалашыусы Мәҙинә Ғайсина килде. Улар уҡыусылар өсөн бик күп мәғлүмәт бирҙе.
2014 йылда ҡан ҡойошҡа юл ҡуймайынса Ҡырым менән Севастополдең илебеҙгә кире ҡайтыуы - Хрущев башҡарған хатаны төҙәтеү генә булды ул. Төптән ҡараһаң, Украинаның дәғүә итергә бер хаҡы ла юҡ, Рәсәйҙеке булды һәм артабан да шулай булып ҡалырға тейеш. Киләсәктә Ҡырымдың яңынан сәскә атасағына ныҡлы ышанам!
Эстафета артабан кемдәр ҡулына күсер, һигеҙенселәр үҙҙәренең дуҫтары тип кемдәрҙе һанай, кемдәрҙе ауыл китапханаһында күрергә теләй, ваҡыт күрһәтер. Артабан күҙәтеп барығыҙ!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға