«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һаулығың үҙеңдең ҡулыңда"



15.03.2017 "Һаулығың үҙеңдең ҡулыңда"

"Һаулығың үҙеңдең ҡулыңда"Үткән ялдарҙа Учалы районының Мансур ауылы мәҙәниәт йортонда, район ағинәйҙәре "Һаулығың үҙеңдең ҡулыңда" исемле йыйылыш-сара үткәрҙе.
Беҙҙең ата-бабаларыбыҙ борондан дарыу үләндәре менән дауаланған. Сарала ҡатнашыусы төрлө ауылдарҙан килгән ағинәйҙәр оҫталыҡ дәресе күрһәтте: ҡот ҡойоу, йөрәк ултыртыу, һөлөк һалыу, үҙе генә белгән алымдарҙы ҡулланып, дарыу үләндәренән төнәтмә(настой) эшләү серҙәре менән бүлеште, ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе. Йыйында ҡатнашыусылар, сәләмәт йәшәү рәүешен модаға индереү һәм уға мөмкин тиклем күберәк йәштәрҙе ылыҡтырыу кәрәклеге тураһында ла теләк әйтте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға