«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Өфө ҡалаһында 900-ҙән ашыу йорто һыу баҫыуы ихтимал



14.03.2017 Өфө ҡалаһында 900-ҙән ашыу йорто һыу баҫыуы ихтимал

Өфө ҡалаһында 900-ҙән ашыу йорто һыу баҫыуы ихтимал
Быйылғы ҡарлы ҡыш ахырына сығып бара. Яҙ миҙгеле Өфөгә ярайһы ғына ҙур мәшәҡәт тыуҙырыуы ихтимал. Белгестәр фекеренсә, баш ҡала янынан аҡҡан Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары кимәле һигеҙ метрғаса күтәрелеүе мөмкин. Ағиҙел өҫтөндәге ҡар ҡатламы күп йылдар дауамында күҙәтелгән уртаса дәүмәлдән 48 процентҡа юғары. Йылғаның дөйөм бассейнында ҡарҙың бейеклеге норманан 50 процентҡа ашҡан.

Быйыл баш ҡалала 900-ҙән ашыу йортто һыу баҫыуы ихтимал. Дим биҫтәһендә урмансылыҡтағы һәм Новгород урамындағы юлдан һыу аша ағыуы, Киров районында Кооператив ялан һәм Өсөнсө пристань биҫтәләре, Ленин районында - Нижегородка һәм Затон ташҡынға эләгеүе бар.

Әле Өфөлә 25 ташҡынға ҡаршы штаб, 11 күҙәтеү посы, 51 ваҡытлыса йәшәү пункты төҙөлгән. Ҡотҡарыусылар һигеҙ мәртәбә күнекмә яһаясаҡ (сираттағыһы 10 көндән буласаҡ). Һыу баҫыуға ҡаршы эштәргә 1800 кеше, 400 дана техника, 106 кәмә-катер йәлеп ителәсәк.

Һүрәттә: 1979 йылда Башҡортостанда ошондай ташҡын булған. Фотолағыса егердар кәмәләрҙә ҡуяндарҙы ҡотҡарып йөрөгән.
Николай Некрасовтың "Дедушка Мазай и зайцы" мәҫәлендәге һымаҡ булып сыға инде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға