«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Башҡортостанда декрет түләүҙәре артыуы мөмкин



13.03.2017 Башҡортостанда декрет түләүҙәре артыуы мөмкин

Башҡортостанда декрет түләүҙәре артыуы мөмкин
Әлеге ваҡытта бала тыуғандан һуң йыл ярым ваҡытта декрет аҡсаһы федераль бюджеттан түләнә. Баланы тәрбиәләүгә отпуск аҙағына тиклем аҡса республика кимәленән күсә. Пособиеның күләме айына өс мең һум тәшкил итә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер министры урынбаҫары Салауат Сәғитов пособиеның күләме аҙ булыуын белдереп, Хөкүмәттә уны арттырыу буйынса һорау күтәрелгәне тураһында белдерҙе. Был аҙ тәьмин ителгәндәргә генә ҡағылмаясаҡ - башҡа ғаиләләргә лә декрет аҡсаһы артасаҡ. Вице-премьер белдереүенсә, әлеге ваҡытта адреслы ярҙам программалары өҫтөндә эшләү бара.
Был тема буйынса яңылыҡтар менән таныштырып барырбыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға