«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Әсәлек капиталы юҡҡа сығарыламы?



13.03.2017 Әсәлек капиталы юҡҡа сығарыламы?

Әсәлек капиталы юҡҡа сығарыламы?РФ Дәүләт Думаһында әсәлек капиталын балаларҙың бәлиғ булыуына тиклем ай һайын пособиелар менән алмаштырырға тәҡдим яһанылар. Унда бер балаға өс мең һум, икәүһенә - һигеҙ, өс балаға - 15 мең һум бүлергә тип һүҙ йөрөтөлә.
Был закон проекты буйынса 23 мартта Дәүләт Думаһындағы "түңәрәк өҫтәл"дә фекер алышасаҡтар.
Тәҡдимдә әгәр ғаиләлә өс баланан артығыраҡ булһа, уларҙың өсәүһенә генә пособие биреләсәк тиелгән. Биш һәм унан артыҡ бала тәрбиәләүселәргә тоташтырылған коммуникациялы ер биләмәһе бүлергә, ете һәм унан күберәк балалыларға кеше күп һыйған автомобиль бирергә теләйҙәр.

Әсәлек капиталы әллә файҙаһыҙмы икән? Иптәштәр, фекерҙәрегеҙҙе яҙығыҙ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға