«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Фольгала бешерелгән балыҡ



13.03.2017 Фольгала бешерелгән балыҡ

Фольгала бешерелгән балыҡУртаса ҙурлыҡтағы балыҡты тәңкәләренән таҙартҡас, эсен алырға. Айырым һауытта 2 ҡалаҡ майонезға шул уҡ күләмдәге ҡаймаҡ, тәменә ҡарап тоҙ, борос, лимон һуты, балыҡ өсөн әҙерләнгән махсус тәмләткес ҡушып туҡырға. Ярты баш һуғанды, укроп йәки әнис үләнен эре итеп турарға. Балыҡты тулыһынса төрөрлөк итеп фольганы ҡырҡып, йәбешмәһен өсөн уны үҫемлек майы менән майларға. Балыҡҡа алдан әҙерләнгән соусты яҡшылап һөртөп, эсенә һуған менән йәшел тәмләткестәр­ҙе һалып, фольгаға төрөргә. Ярты сәғәт эҫе духовкала бешереп алһаң, бынамын тигән тәмле ризыҡ әҙер була.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға