«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Күршеләрем - ғәзиз кешеләрем"



11.03.2017 "Күршеләрем - ғәзиз кешеләрем"

"Күршеләрем - ғәзиз кешеләрем"

Баймаҡ районы Һәмән ауылы китапханаһында үткән сара "Күршеләрем - ғәзиз кешеләрем" тип аталды.
Борон - борондан кешеләр бер ҡабыҙған утты оҙак ваҡыт һүндермәй һаҡлаған. Ниндәйҙер сәбәп менән ут һүнһә, улар иң яҡын кешеләренә ут алырға ингән. Ундай күршене “ут күрше” дип атағандар. 
Ауыл ерендә кешеләр күрше - күлән менән ныҡ аралашып, ярҙамлашып йәшәй. Ҡала ерендә хатта бер күрше икенсеһен кем икәнен дә белмәй, ят кешеләр кеүек тормош көтә, бер-береһен таш стеналар айырып тора. Бер күрше икенсеһенен белмәйенсә, кәрәк сағында кәңәштәрен бирмәйенсә йәшәгәнгә лә, ҡала ерендә тәртипһеҙлектәр ауыл еренә ҡарағанда күберәк була.
Ә бына ауыл ерендә берәй ваҡиға булһа, ул турала бөтә ауыл һөйләшә: дөрөҫ эшләгәндәрме, уның урынында башҡа кеше булһа, нисек булыр ине? Был һөйләшеүҙәрҙе ғәйеп эшләгән кешеләрҙең үҙҙәренә лә еткерәләр, кәрәк булһа уға асыуланып та алалар. Әгәр берәр кешенең ҡайғыһы булһа, күрше-күлән генә түгел, хәтта бөтөн ауыл уның хәлен белә, ҡайғыһын уртаҡлаша.
Беҙҙең Һәмән ауылында  берҙәм, татыу күршеләр күп. Сараға күршеләре менән килеп, улар тураһында тик маҡтау һүҙҙәре генә яуҙырҙы һәмәндәр. Ут күршеләр Рәйлә, Ишһылыу, Тәнзилә апайҙар күршеләр татыулығы хаҡында ғына түгел урам менән татыу йәшәйбеҙ тип белдерҙе. Әлиә, Ғәлиә, Роза иһә күршеләренең килендәштәр булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. "Апһын татыу булһа , аш етә", -тиҙәр улар. Мәхмүҙә, Ғилминур, Фәриҙә иәнәйҙәр, оло быуын кешәләре күршеләренең ҡәҙерен белде, хәҙер йәштәр етеш йәшәй, күршегә йомош менән инеүселәр һирәгәйә төштө, - тиҙәр. Фәимә, Нурҙиә, Фирҙәүес еңгәйҙәр бөтә ауылды һоҡландырып ут күршеләр булып йәшәйҙәр. Оло йәштәге Рәйлә һәм Мәхмүҙә инәйҙәр элекке ҡатышып йәшәгән күршеләрен һағынып иҫкә алды. Йәҙилә, Зөлфиә апайҙар ут күрше генә түгел,класташ, әхирәт тә икән. Бүләк, Рәмилә еңгәйҙәр бар шатлыҡ ҡыуанысыбыҙ ҙа, ҡайғы – һағышыбыҙ ҙа уртаҡ, - тиҙәр. Әлифә апай менән Ләйсән килендәре үҙҙәренең таныштырыуын күршеләр тураһында матур йыр менән башланы. Ауылдың йәш килене Альбина сараға килгән барлыҡ күршеләргә бейеүен бүләк итте.
Беҙ күршеләр менән бик күп һорауҙарға яуап таптыҡ. Күршеләр тип кемдәрҙе атайҙар, улар менән дуҫ – татыу йәшәү серҙәрен асыу. Һәр ваҡыт терәк - таяныс булған күршеләрегеҙ бармы, һеҙ уларға ниндә һорауҙар, үтенестәр менән мөрәжәғәт итәһегеҙ? 
Шулай итеп, күршеләргә мәдхиә уҡыны һәмәндәр. Күршеләргә кәрәк булып, бер – беребеҙгә терәк – таяныс булып йәшәргә яҙһын һәммәбеҙгә лә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға