08.03.2017 “Ҡырмыҫҡа иләүе” торты
Ҡамыр өсөн 1 ҡап маргарин йәки аҡ май, 3 ҡалаҡ шәкәр, 3 ҡалаҡ ҡаймаҡ, 2 балғалаҡ ҡамыр ҡабартҡыс (разрыхлитель) йәки 1 балғалаҡ аш һеркәһендә һүндерелгән сода, ярты ҡап аҡ май, бер банка ҡуйыртылған һөт кәрәк. Йомортҡа һалмаҫҡа, ул ҡамырҙы ҡатыра. Ҡамырҙы баҫҡас, уны һыуытҡысҡа ҡуйып ҡатырып, ит турағыс аша сығарып, мейескә бешерергә ҡуябыҙ.
Көйөп китмәһен өсөн ҡарап тороғоҙ. Бешеп сыҡҡас, ваҡлап, ҡайнатылған ҡуйыртылған һөт, май һалып, ҡырмыҫҡа иләүе формаһында тәрилкәләргә
өйөргә.