«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Йәмғиәт » Берҙәмлектә беҙҙең көс



06.03.2017 Берҙәмлектә беҙҙең көс

Берҙәмлектә  беҙҙең көсМин Малаяҙ башҡорт гимназияһының 11-се класында уҡыйым. Музыканы үҙ итәм: сәнғәт мәктәбенең баян һәм ҡурай класын тамамланым. Баян буйынса йәш музы­канттар­ҙың бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урын алырға, Вәкил Шөғәйепов исемендәге ҡурайсылар бәйгеһендә еңеүсе булырға яҙҙы. Республика кимәлендәге ҡурайсылар байрамында ла ҡатнашыу бәхете тейҙе.
Быларҙы маҡтаныу өсөн әйтмәйем. Халҡымдың “Азамат”, “Иҫке Урал”, “Гөл­нәзирә”, “Ҡарабай” кеүек көйҙәрен уйнап, Аҡмулла, Байыҡ кеүек сәсәндәребеҙ менән ғорурланып, рухтарына тап төшөрмәй, тыуған еремдә йәшәү – минең өсөн оло бәхет.
Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улдарының рухы оҙон моңло көйҙәр аша күңелемә һеңә. Ҡурай тартҡан һайын күҙ алдыма атай-олатай­ҙарымдың шәжәрәһе килеп баҫа. Унда егерме өсөнсө быуынмын. Ун туғыҙ быуынын белгәндәрҙе “хан” тип ҙурлағандар, тимәк, мин дә ханмын. Шәжәрәлә Ашыҡ хан, Төмән хан, Майҡы бей, Инсә бей, Әбүталип мулла, Хәйерзаман әүлиәләрҙең булыуын белеү, беренсенән, ғорурланыу тойғоһо уятһа, икенсенән, оло яуаплылыҡ та өҫтәй. Мин һәм Илдар ағайым шәжәрәмдең дауамы (башҡа ир туғандар юҡ),уйланаһы урын бар.
Ошо йәшемдә тыуған еремә нимә эшләй алам һуң? Минеңсә, бөтәһе лә кешенең үҙенән тора: күктән төшкәнде көтөп ятма, ереңә, яҙмышыңа үҙең хужа бул. Бының өсөн яҡшы уҡырға, йәмәғәт эштәрендә әүҙем булырға тырышам, төрлө хәл-ваҡиғаға битараф ҡалмайым. Кеше эшләгәнде күҙәтмәй, үҙем эшләүҙе дөрөҫ тип уйлайым. Хәҙерге заман ауыр, тип зарланыусылар күп. Ә бына мин үҙ өҫтөмдә эшләйем, ауырлыҡтарға бирешмәҫкә тырышам. Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендияһын алыуым минең өсөн ҙур ҡыуаныс булды һәм киләсәк тураһында ныҡлап уйланырға, маҡсаттар ҡуйып йәшәргә ҙур этәргес көс бирҙе.
Гимназияла илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү маҡсатында үткәрелгән “Ҡайҙа һин, ветеран?”, “Бүләккә – китап”, “Таҙа урам”, “Таҙа шишмә” акцияларында ҡатнашам. Ауылыбыҙҙың билдәле кешеләре, депутаттар, шағирҙар, яҙыусылар менән осрашыу, әсәйҙәр һәм төрлө һөнәр эйәләре менән “түңәрәк өҫтәл”дәр ойоштороу оҡшай.
Заман башҡа – заң башҡа. Еремде эскелек, наркомания, аҙғынлыҡ, фәхишәлек баҫа. Ялағайҙар, ришүәтселәр, алдаҡсылар арта. Ҡайҙа һуң һеҙ, аҡ муллалар? Белеүемсә, мулламын тигән кеше иң элек белемле аҡыл эйәһе булған һәм йәш быуынды шул рухта тәрбиәләгән. Ә беҙҙә... Был хәлде Аҡмулла күрһә, нимә әйтер ине икән?!
Кеше был донъяла ҡунаҡ ҡына, тиҙәр. Ҡыҫҡа ғына ғүмер юлын һәр кем мөмкин тиклем мәғәнәлерәк үткәрһен ине. Тиҫтерҙәремдең эсеп-тартып йөрөүе күңелемде борсой. Киләсәгебеҙ матур булыуын теләһәк, насар ғәҙәттәрҙән ары торорға, сәләмәт тормошта йәшәү мөһим. Шуны беләм: нурлы киләсәгебеҙ – беҙҙең ҡулда. “Ятма, тор, уян, башҡортом!” – тип һөрән һалғым килә.
Халҡыбыҙ әүҙем, һәләтле кешеләр менән ишәйһен өсөн уларҙы бала саҡтан тәрбиәләргә кәрәк. Балаға ғүмер биреү генә етмәй, ә матур исем ҡушып, туған тел тәрбиәһе биреүҙең мөһимлеген һәр ғаилә аңларға тейеш. Төрлө һәләтте үҫтереү өсөн беҙҙә шарттар булдырылған, тик бөгөн интернет, телевидение мәҙәниәт усаҡтарын буш ҡалдырҙы. Хатта баш ҡаланан килгән артистар­ҙың концерттары ла ярым буш залдарҙа үтә. Был аҡса юҡлыҡтан түгел, ә халыҡтың рухи аҙыҡҡа ҡыҙыҡһыныуы кәмеүенән тип уйлайым.
Ауылдарҙа ҡулайлаштырыу һылтауы менән мәктәптәр ябыла. Мәктәп бөткәс, ауыл да бөтә, тигән һүҙ. Замана елдәре үтер ҙә китер, ә тыуған нигеҙҙең юҡҡа сығыуы ифрат ауыр.
Иртән тороп, рәхәтләнеп ауыл урамдары буйлап ирәйеп баҫып мәктәпкә бараһы урын­ға, автобусҡа һуңламайым тип, таң һарыһынан ашыға-ашыға йүгергән иптәштәрем йәл. Кисә автобус килде, бөгөн булырмы икән, әллә тағы бензин юҡмы, әллә автобус боҙолдомо икән, тип уйланыуҙары ҡыҙғаныс. Иртәнге сәғәт алтынан тороп берҙәм дәүләт имтиханына сит ауылдарҙан йыйылыуҙары һис тә оҡшамай.
Борон-борондан ата-бабаларыбыҙ үҙ ерҙәренә хужа булған, тыныслыҡ, бәхет яулар өсөн көрәшкән. Ни өсөн уларҙан ҡалған аманат боҙола? Башҡорт халҡы нисәмә быуат ҡан ҡойған, ғәзиз ерен һаҡлап ҡалған. Үкенескә күрә, тарихи Башҡортостан ерҙәре хәҙер күрше өлкәләргә ҡарай. Унда ла бит йөҙәр меңләгән башҡорт йәшәй. Уларҙың хәле нисек? Эш урындары бармы? Туған телде өйрәнеүгә күрше өлкәләрҙә шарттар тыуҙырыламы? Юғары уҡыу йорттарына уҡыр­ға инергә мөмкинлеге нисек? Халҡым Рәсәй төбәктәрендә, элекке Советтар Союзына ингән илдәрҙә һибелеп йәшәй. Ваҡыт үтеү менән улар ассимиляцияға бирелеп, башҡа милләт кешеләре булып китмәҫме?
Шуныһы ҡыҙғаныс: бөгөн ғариза яҙып та, йылдар буйы өй һалырға ер ала алмай йөрөгән йәштәр күп. Етмәһә, башҡорт халҡы ғына түгел, ә ҡалған халыҡтар ҙа үҙ ерҙәрен үҙҙәре һатып алырға мәжбүр. Меңәрләгән гектары буш ятҡанда ни өсөн ер һатыла? Рәсәйҙе бөтә яҡтан санкциялар менән ҡыҫырға маташҡан саҡта, киреһенсә, халыҡҡа ерҙе бушлай биреп, файҙаһын күреү кәрәк. Был импортты үҙебеҙҙең тауарҙар менән алмаштырырға булышлыҡ итер ине.
Бөтә нәмә үҙеңдән тора. Беренсенән, мәктәптә алдынғы бул, йәмәғәт эштәрен ойоштор, туған телеңдә аралаш, гәзит-журналдарын уҡы, башҡа милләт халҡын хөрмәтлә.
Аҡмулла, Байыҡ, Салауат, Рәми, Сафуан рухы... Улар мине тормошта янып йәшәргә илһамландыра. Бөйөк Аҡмулланың “Баш­ҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк!” тигән һүҙҙәре – тормошом девизы. Сәсәндең хаҡ һүҙҙәре беҙҙе, яңы осор балаларын, ҙур еңеүҙәргә саҡыра. Халҡымдың быуаттар аша килеп еткән шәхестәре менән ғорурланыу, матур, яҡты киләсәк төҙөү – беҙҙең бурыс. Ватанымдың үткәне менән ғорурланам, бөгөнгөһөн яратам, киләсәге тураһында уйлайым.
Батырһыҙ халыҡ – бахыр. Ә беҙ бахыр түгел. Мин көслө, үҙ еремдең хужаһы. Халҡым киләсәге – минең ҡулымда. Уны бәхетле итер өсөн булған бөтә белемемде, көсөмдө, тырышлығымды файҙаланырға тейешмен. Ойошайыҡ, берләшәйек, замандаштар, әлегә һуң түгел. Үҙ бәхетең – үҙ ҡулыңда, тормошто заяға үткәрмәйек. Киләсәк быуын беҙҙең хаталарҙы ғәфү итмәҫ.

Илшат ГӘРӘЕВ.

Салауат районы,
Малаяҙ ауылы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға