«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » "Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар



02.03.2017 "Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар

"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
25 йыл элек, “Йәшлек” гәзите башланғысы менән, республикала тәүге тапҡыр “Һылыуҡай” матурлыҡ конкурсы үткәйне. Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының мөһабәт сәхнәһенә сығып, тәүге тапҡыр башҡорт ҡыҙҙарының матурлыҡ өлгөһө булып сығыш яһаған ҡыҙҙарҙың батырлығына таң ҡалырлыҡ ине. Бөгөн, аҙналар буйы ойоштороусылар ярҙамында репетиция яһап, сәхнәлә игеҙәктәр кеүек бер иш 15 – 16 ҡыҙ йөрөһә, ул заманда ете ҡыҙ ике сәғәт буйы тәүге “Һылыуҡай” таҫмаһы өсөн көс һынашты.
Бөгөн тәүге һылыуҡайҙар ҡайҙа йәшәй? Нимә менән шөғөлләнә? Ниндәй эштәре менән башҡорт милләтен данлай? Ошо һорауҙар менән уларҙың һәр береһенә мөрәжәғәт итеп, яуаптар алдыҡ.


1) Был тарихи фото “Йәшлек” архивында һаҡлана. Тәүге һылыуҡайҙарҙы Юлай Кәримов мәңгеләштергән.
2) Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә РӘСҮЛЕВА ла тәүге матурлыҡ конкурсында ҡатнаш­ҡан. Ире менән Зарема исемле ҡыҙ, Айҙар исемле ул тәрбиәләй. Тамашасыларҙы әленән-әле яңы йырҙары, клиптары менән ҡыуандыра.
3)Ҡариҙел һылыуы Нурия ФӘТХЛИСЛАМОВА оҙаҡ йылдар юғары уҡыу йорттарында тарих фәненән студенттарға белем биргәндән һуң, үҙе лә оҫталығын арттырырға булған. Әлеге ваҡытта ул тарих фәне буйынса диссертация яҡларға әҙерләнә, шул уҡ ваҡытта Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһында хоҡуҡ буйынса икенсе юғары белем ала. Аҡыллы, матур ҡыҙы Гөлназ үҙе “Һылыуҡай” тажы кейерлек.
4) “Һылыуҡай – 1992” конкурсы еңеүсеһе, Федоровка районының Оло Сы­тырман ауылы ҡыҙы Ләйсән СОЛТАНҒОЛОВА – “Тамыр” балалар телеканалы режиссеры. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ире менән ике ул тәрбиәләй.
5) Икенсе урын яулаусы Эльза ШӘЙМӘРҘӘНОВА Миәкә районың Ҡаран-Ҡунҡас ауылында тыуып үҫкән. “Юлдаш” йыры –2014” конкурсы лауреаты, йырларға ярата. Республиканың “Ҡурай” телеканалында алып барыусы булып эшләй. Ике игеҙәк ҡыҙ әсәһе.
6) “Тамашасылар һөйөүе” номинацияһына ул йылда Архангел райо­нының Аҙау ауылы ҡыҙы Ғәзимә ИШТУҒАНОВА лайыҡ була. Ул Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлап, Халыҡтар дуҫлығы йортонда эшләй. Төрлө тамаша, концерт режиссеры булараҡ та танылыу яулаған.
7) Билдәле артистар династияһынан булған Айгөл ЙОСОПОВА бөгөн Мәскәү ҡалаһында йәшәй. Баш ҡаланың билдәле киностудияларының береһендә эшләй, ижад менән шөғөлләнә. “Обручальное кольцо”, “Город соблазнов”, “Женщина желает знать” фильмдарында ҡатнашҡан.
8) Баймаҡ һылыуы Винера БАТТАЛОВА бәйгелә өсөнсө урын яулай. Туризм өлкәһендә эшләй. 2004 йылда “Тархан” турфирмаһын асҡан, үҙе лә сәйәхәт итергә ярата. 2016 йылдың “Иң яҡшы турменеджеры”. Ире Илдар менән Данияр исемле ул үҫтерә.

"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар
"Һылыуҡай - 1992": сирек быуат матурлыҡ өлгөһө улар







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға