28.02.2017 Майлы ҡоймаҡ ҡойоү сере
Бөгөн бөтә донъяла Майлы Шишәмбе көнө билдәләнә! Был байрамды майлы ҡоймаҡ бешереп үткәрергә тәҡдим ителә. Һеҙҙен өсөн Фирҙәүес Кәримованан ҡоймаҡ рецебы:
1 литр hөткә 0.5 литр (0.5 л банка) йылымыс hыу. Шуга 2 сәй ҡалағы пакмай, 3 с.ҡ. шәкәр кушырға, ҡоймаҡтан саҡ ҡына ҡуйыраҡ булырлыҡ итеп он өҫтәп, болғатып, әсетергә ҡуйырга. Масса әсеп, купереп сыҡҡас, өҫтөнә болғата-болғата, 1 стакан ҡайнап торған торған hыу өҫтәргә. Шунан 3 йомортҡа, 50 грамдай үҫемлек майы, 1 аш ҡалагы тулыр-тулмаҫ тоҫ ҡушабыз. Тағы ла 10-15 минутҡа ситкә, күпсеп сыҡҡансы ҡуйып торабыҙ. Шунан әсе ҡоймаҡты ҡоя башлаhан да була.
Мин бер ыңгай ике табала ҡоям. Ҡалын төплө табалар отошлораҡ. Табаларҙы майламайым, бешкән ҡоймаҡтарҙы hыйыр майы менән майлап, ҡатлап hалып барам. Ҡоймаҡтар ҡалын ғына, иләк кеүек тишекле, үтә куренмәле килеп сыга.