«Йәшлек» гәзите » Яңылыҡтар таҫмаһы » Кисәгә килегеҙ, иң шәптәрҙе күрегеҙ!



28.02.2017 Кисәгә килегеҙ, иң шәптәрҙе күрегеҙ!

Кисәгә килегеҙ, иң шәптәрҙе күрегеҙ!Ошо хәҡиҡәтте раҫлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты 1 мартта Башҡорт ғаиләһе, мөхәббәт һәм тоғролоҡ темаһына арналған матур кисә ойоштора.
Бармы беҙҙә ил ҡото? Янамы ғаилә уты? Саф мөхәббәт һәм тоғролоҡтоң сере нимәлә? Өфөнөң “Башҡортостан” дәүләт концерт залында ошо һорауҙарға яуапты бергәләп эҙләйек.
Сәхнәгә Баймаҡ, Бөрйән, Әбйәлил, Иглин, Мәсетле райондары вәкилдәре – балаларында милли рух тәрбиәләгән, әҙәп-әхлаҡты өҫтөн ҡуйған, милли кәсептәрҙе үҫтергән, башҡорт мәҙәниәтен юғары кимәлгә күтәргән иманлы ғаиләләр сығасаҡ.
Милли биҙәүестәр, аҫалы балаҫтар, хуш еҫле бал, быйма һәм кейеҙ әйберҙәр күргәҙмәһе лә эшләйәсәк.
Бынан тыш, һеҙҙе Сибай дәүләт театр-концерт берләшмәһе артистары, “Арғымаҡ” этно-рок төркөмө, билдәле эстрада “йондоҙ”ҙары – Нәсимә һәм Азамат Тимеровтар, Миңзифа һәм Артур Туҡтағоловтар, ҡумыҙсы Миңдеғәфүр Зәйнетдинов ғаиләһе сәләмләр.
“Матур ғаилә – ил ҡото” фестивале киске сәғәт 7-лә башлана. Инеү бушлай.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма
комитетының матбуғат хеҙмәте.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға